Элегия
I
Уйҙарым менән бала сағыма әйләнеп ҡайтһам, иң тәүҙә «һуғыш» тигән һүҙ мейемде телеп үтә. Беҙ, һуғыш йылдарында тыуған балалар, ғүмер буйына был һүҙҙе онота алмаясаҡбыҙ һәм ул йылдар ҡалдырған күңел йәрәхәте, хәсрәтле иҫтәлектәр булып ғүмер буйына беҙҙең менән барасаҡ. Үҙемде белә башлағандан бирле аңыма һеңгән иң тәүге һүҙ ҙә ошо «һуғыш» һүҙе булды. Атайым эргәбеҙҙә юҡ, яу яланына киткән. Көнө буйына яңғыҙ ҡалһам да, миңә иларға ярамай, сөнки врачтарҙы ла фронтҡа оҙатҡандар, ә дауаханала ҡалғандарына, шул иҫәптән әсәйемә лә, көнө-төнө эшләргә тура килә. Ауылда өләсәйем дә бар, ләкин ул да дауаханала ята – был да һуғыш касафаты. Атайым тураһында «хәбәрһеҙ юғалды» тигән ҡара ҡағыҙ килгәс, өләсәйем ҡапыл сиргә һабышты. Һуғыштың күп ҡайғылар килтереүсе афәт икәнлеген бер ни тиклем аңлаһам да, атайым хаҡында «хәбәрһеҙ юғалды» тигән ҡара ҡағыҙ килеүе нисектер аңыма барып етмәй. Нишләп әле ғифрит кеүек фашистарға ҡаршы ҡурҡмай һуғышып йөрөгән атайым хәбәрһеҙ юғалырға тейеш?!
Әсәйемдең күрше апай менән һөйләшеүе күңелемә уйыла:
– Яраланып ҡына берәй ерҙә ятып ҡалғандыр, харап булғандыр инде...
– Ҡуй инде, килен, ҡайғы өҫтөнә ҡайғы! Ҡәйнәң һауыҡһа, исмаһам, бынау баланы янына алып ҡарар ине. Унда ауылда бала-сағалар ҙа күп. Бигерәк йәл, көнө буйына яңғыҙы ултыра, балаҡайым.
Өләсәйем сирләп киткәс, әсәйем мине алып дауаханаға, ятаҡҡа күсеп килгән шул. Көнөнә бер-ике тапҡыр йүгереп кенә яныма инеп сыға. Һөт эсереп, ҡулыма бер телем әпәй тоттора ла: «Балаҡайым, илай күрмә инде, бигерәк эшем күп», – тип, яңынан ашығып сығып китә. Илауын иламайым да ул, әсәйем өйҙә булмағас, бигерәк ҡыйын шул. Уны көтәм-көтәм дә үҙ алдыма төрлө уйындар ҡорорға керешәм. Кисә «врач апай» уйынын уйнағанда, яңылыш бер градусникты төшөрөп ебәрҙем. Градусник ватылды ла, эсенән ниндәйҙер йылтыр ғына йоморсоҡтар ҡойолоп төшөп, иҙәндә кескәй генә бесәй балаһы һымаҡ, йүгерешеп йөрөй башланылар. Аҙ ғына ҡағылыуың була, шунда уҡ йымылдашып, тәгәрәй башлайҙар. Шул йоморсоҡтар менән зыҡ ҡубып уйнап йөрөгәндә, әсәйем ҡайтып инде. Ашығып яныма килде лә:
– Эй, балаҡайым, ниңә градусникка ҡағылдың? Терегөмөш зыянлы, уның менән уйнарға ярамай, – тип, тиҙ генә ҡулдарымды йыуҙыра һалды. – Эштән арына алмай харап ҡына итәм инде мин һине, – тип һыҡтап та алды. Мин ул терегөмөш тигән йоморсоҡтар менән бик күңелле итеп уйнауым хаҡында һөйләп әсәйемде йыуатырға уйлағайным, һиҙмәҫтән йоҡлап киткәнмен.
Бөгөн «врач апай» булып уйнамам, «һатыусы» уйынын ғына уйнармын, ахырыһы, һатыусыһы булғас, уның һата торған нәмәләре лә булырға тейеш бит инде. Иң башта өҫтәлгә шәкәр һауытын, сынаяҡтарҙы, булған һауыт-һабаны теҙеп ҡуйҙым. Тик «магазиным» наҡыҫыраҡ килеп сыҡты шикелле. Әсәйем менән ауыл магазинына барғанда, унда бүректәрҙе лә, төрлө аяҡ кейемдәрен дә күргәйнем. Бүректәр юҡ инде юҡлығын. Атайымдың баш кейемдәре ауылдағы йортта ҡалған. Ә бына аяҡ кейемдәрен табырға була. Үҙемдең кескәй генә ботинкаларымды, әсәйемдең туфлиҙарын, сепрәк менән арлы-бирле һөрткөләп, өҫтәлгә сынаяҡ, тәрилкәләр янына теҙеп ҡуям. Тиҙҙән был уйын да ялҡытты. Мин хәбәрһеҙ юғалған атайым хаҡында уйлай башлайым. Ни ғәжәп, уйлана торғас, матур бер урман аҡланына барып сығам. Ҡараһам, унда һомғол буйлы, ҡап-ҡара күҙле, матур бер ағай сәскәләр йыйып йөрөй. Аһ, был бер ҙә сит-ят ағай түгел, минең атайым икән дә! Ул шундай шат, ә ҡулында аллы-гөллө сәскәләр. Сәскәләрҙе ул, тажға оҡшатып башына ла ҡуйған, хатта ҡолағына ла, алҡа һымаҡ, матур сәскәләр эленгән.
– Атай, – тип ҡысҡырам уға, – был мин – ҡыҙың Әлиә, һин фашистарҙы еңеп, өйгә ҡайтып киләһеңме?
Ләкин атайым бер генә боролоп ҡараны ла, сәскәләрен ҡосаҡлаған килеш, ҡайҙалыр китә башланы.
– Атай, беҙ бит һине көтәбеҙ, ҡайҙа китәһең? – тип ҡысҡырам күҙ йәштәре аша. Шул саҡ баш осомда әсәйемдең йомшаҡ тауышын ишетәм: «Бәпкәм, мине көтә-көтә көтөк булып ҡына йоҡлап киткәнһең инде һин». – Мин, күҙ йәштәре аша, әсәйемдең муйынына һарылам:
– Әсәй, атайым урманда йөрөй бит, ниңә ҡайтмай ул? Ҡолағына алҡа итеп, матур сәскәләр тағып алған.
Шул саҡ әсәйем ниндәйҙер әрнеүле тауыш менән көлөп ебәрә лә, йомшаҡ ҡына итеп, башымдан, йөҙөмдән һыйпай:
– Бәпесем, һинең төшөңә генә ингән ул... Өҫ кейемең менән йоҡлап киткәнһең бит, ҡана, күлдәгеңде, ойоҡтарыңды һалайыҡ, бәпкәм. – Ул өҫ кейемдәремде һалдыра, танауыма шундай таныш булған йод, дарыу еҫтәре килеп бәрелә. Минең уға тағы ла атайым хаҡында һөйләгем килә. Ләкин әсәйемдең йомшаҡ ҡулдарының йылылығынан иҙрәп, яңынан татлы йоҡоға талам.
II
«Һуғыш» тигән хәтәр һүҙҙең шауҡымы көндән-көн үҙен нығыраҡ һиҙҙерҙе. Бер көндө әсәйем тулы ғына кәүҙәле мәрйә апайҙы эйәртеп ҡайтып инде. Сәй эскән арала, улар оҙаҡ ҡына һөйләште. Ул ваҡытта әле рус телен белмәгәнлектән бер нәмә лә аңламаным. Бары «Вадик» тигән һүҙ аңлайышлы булып ҡолаҡҡа килеп бәрелә. Ҡунаҡ апайҙы оҙатҡандан һуң, әсәйем түбәндәгеләрҙе һөйләне:
Һуғыш башланғандан һуң, Мәскәүҙән, Ленинградтан бик күп ғаиләләр беҙҙең яҡтарға ваҡытлыса күсеп килгән икән. Иоффе ғаиләһе Мәскәүҙән килгән. Беҙгә килгән апайҙың Вадик исемле кескәй малайы ла бар. Ул ваҡытта мин Иоффе фамилияһын исем тип ҡабул иткәйнем. Шуға күрә Иоффены һәр ваҡыт «Йофа апай» тип йөрөттөм. Иоффе Раиса, йәки мин атап йөрөткәнсә «Йофа апай» әсәйем янында йыш була ине. Ул – врач, Вадиктың атаһы – офицер, атайым кеүек үк фашистарға ҡаршы һуғыша, ти. Вадикты миңә бер нисә тапҡыр ғына күрергә тура килде. Терегөмөш кеүек теремек, ут бөрсәһе кеүек етеҙ, шаян был малайҙың үҙен дә, төҫөн дә хәтерләмәйем. Ләкин уның булмышы, ҡылған ҡылыҡтары, нишләптер, әле булһа онотолмай. Иоффе Раиса күп һөйләргә ярата ине һәм Вадик исеме йыш ҡабатланғанға күрә, һүҙҙең күберәк уның улы хаҡында барғанлығын аңлай инем. Вадик менән тәүге осрашыу бик ҡыҫҡа булды. Малай мине күреү менән нимәлер хаҡында һораны.
– Һинең исемеңде һорай ул, – тине әсәйем.
– Әлиә, – тинем мин ҡыйыуһыҙ ғына. Вадик шунда уҡ элеп алды.
– Исемең – Алия? – тине ул бармағын ни өсөндөр минең танауыма төртөп. Унан баш бармағы менән үҙенә күрһәтте:
– Исемем – Вадик!
Йофа апай тағы ла нимәлер хаҡында һөйләп алып китте.
Бик отҡор, һәләтле, хатта тәүге тапҡыр ишеткән һәр бер башҡорт һүҙен отоп ала икән Вадик.
– Ләкин үтә шаян, баш бирергә яратмай, – тип аңлатты миңә әсәйем.
Бер көндө беҙ әсәйем менән иртәнге сәйҙе эсеп ултырғанда, Йофа апай килеп инде лә, илай-илай, нимәлер хаҡында һөйләй башланы. Мин аңламаған рус хәбәрендә әлеге «Вадик» исеме бер туҡтауһыҙ ҡабатлана. Шул ваҡыт мин Вадиктың ҡайҙалыр китеп юғалыуын белдем, инде ике аҙна үтеп киткән. Ҡапыл асыҡ ишектән кемдеңдер шыбырлап ҡына өндәшеүен ишетеп ҡалдым:
– Алия, Алия! – Ҡараһам, Вадик! Ул ымлап ҡына мине саҡыра. Сәсе туҙған, күлдәгенең бер еңе йыртыҡ. Эйәге нимәгәлер сыйылған, ҡанһырап тора.
– Вадик, һин ҡайҙа булдың? – тип һорайым аптырап.
– Ҡысҡырма, – тип шыбырлай Вадик. – Булдым да килдем!
Ғәжәп, башҡортса ул иркен генә һөйләшә ине.
– Алия, икмәк бир, бәрәңге! – ти Вадик. – Әсәйгә әйтмә, ҡысҡырма!
Был малайҙың үҙенә буйһондора ала торған ниндәйҙер ғәжәби, магик көсө бар ине. Мин йылан ҡарашынан арбалған ҡуян балаһы һымаҡ, әкрен генә өйгә табан атланым. Нимә эшләргә? Сәйләп ултырған әсәйем менән Йофа апайға күҙ һалам. Өҫтәлдә бик ҡәҙерләп, һаҡлап ҡына теленә торған ярты арыш әсикмәге ята. Сынаяҡтар янында шул әсикмәктән теленгән йоҡа ғына ике телем. Мейестә көлгә күмелгән бер нисә бәрәңге менән ярты әсикмәк – өйҙәге барлыҡ ризыҡ шул. Мин, әле генә сәй эсеп торған булһам да, әрһеҙләшеп, әсәйемә барып һарылдым: «Әсәй, икмәк!»
Әсәйем өндәшмәй генә алдында ятҡан йоҡа телемде миңә алып һондо. Быныһы булды. Хәҙер мейестәге бер нисә бәрәңгене ҡулға төшөрөргә кәрәк. Әсәйемдең «һорауһыҙ бер нәмәгә лә ҡағылырға ярамай» тигән ҡағиҙәһен беләм. Ләкин Вадикты ла ас ҡалдырып булмай бит инде! Әкрен генә мейес яғына шыуыша башланым. Ауыҙын да япмаған Йофа апай шул ваҡыт миңә бер генә һирпелеп ҡарап алды ла, ауыр кәүҙәһенә хас булмаған етеҙлек менән ишеккә ташланды. Уның ҡысҡырып әрләшкәнен, Вадиктың «Мама, перестань!» тигән тауышын ишетеп, әсәйем йүгереп сығып китте, уның артынан мин дә тышҡа атылдым. Йофа апай Вадиктың ҡолағынан эләктереп алған да, һамаҡлай-һамаҡлай нимәлер һөйләй, үҙе ҡысҡырып илай. Әсәйем уны Вадиктан айырып алып, тынысландырырға тырыша. Ниһайәт, ниҙер әйтеп, Йофа апайҙы өйгә индереп ебәрҙе лә, ишек алдында ултырған ҡомғандан һыу ҡойоп, Вадиктың бит-ҡулдарын йыуҙырта башланы. Өйгә кергәс, иң тәүҙә ҡоро ғына миңә өндәште: «Мөйөшкә баҫ һәм үҙеңдең ҡыланышың хаҡында уйлан!» Эйе, мин әсәйемдең төп ҡағиҙәләренең береһен түгел, икеһен бер юлы боҙҙом: «Алдашма», «Рөхсәтһеҙ әйбергә ҡағылма!» Ҡуйылған ҡағиҙәләрҙе боҙғанда, йомшаҡ күңелле әсәйемдең ҡәтғи ҙә, уҫал да булып китеүен яҡшы белә инем. Мин өндәшмәй генә мөйөшкә барып баҫтым. Әсәйем Вадикты өҫтәл артына килтереп ултыртты ла, мейестәге бәрәңгеләрҙе алдына килтереп ҡуйҙы. Вадик уларҙы әрсенеме-юҡмы, шунда уҡ бер-бер артлы һоғоноп та бөттө. Йофа апай: «Боже мой, боже мой...» тип һөйләнеп, унан нимәлер хаҡында һораша башланы. Башта Вадик өндәшмәй генә алдындарын һоғоноуын белде, һуңғараҡ телгә килде:
– Надя апай (әсәйемә өндәшеүе), мамаға әйт, мин балыҡ тоттом.
Әсәйем шарҡылдап көлөп ебәрҙе лә, рус телендә нимәлер әйтте.
– Врешь ведь, врешь! – тине Йофа апай асыуланып.
– Надя апай, әйт әсәйемә, бынау хәтлем балыҡ тоттом!
Вадик ике ҡулын йәйеп күрһәтте.
– Что же ты по-русски не говоришь? – ти Йофа апай, ҡыҙып.
– Ай-яй, мамаң башҡортса белмәгәс, ҡыйын икән! – тине Вадик сынаяҡтан сәйен һемерә-һемерә. – Надя апай, әсәйемә әйт, мин бит хәҙер башҡорт малайы Валиахмат! Ә хәҙер малай-ҡалайҙар менән балыҡ тоторға киттем, – тип, Вадик сығып та һыҙҙы. Әсәйем, башын сайҡап, Йофа апайға бер ниса һүҙ әйтте. Был юлы Йофа апай ҙа аптырауҙан бот сабып, телһеҙ ҡалды.
III
Көндәр һиҙҙермәй генә бер-бер артлы ағылып үтте лә үпте. Был арала беҙ Йофа апайға ла, Вадикка ла бик ныҡ эйәләшеп киттек. Йофа апай фронттан йыш ҡына хаттар ала ине. Вадик атаһы менән бик тә ғорурлана: «Минең атайым батыр офицер, үҫкәс, мин дә уның кеүек хәрби кеше буласаҡмын», – ти.
Уны ҡыҙығып та, моңһоуланып та тыңлайым. Минең атайымдан хаттар килмәй шул. «Бәлки, иҫән-һауҙыр, хаты килер, яҙған булһа, үҙе лә ҡайтыр», ти әсәйем. Ә алабарман, үткер һәм отҡор Вадик әсәйемә бик ныҡ өйрәнеп, эҫенеп китте. Ғәҙәтенсә, ул аҙналар буйына ҡайҙалыр юғалып тора ла, «йылп» итеп беҙгә килеп керә. Әсәйем уны йыуындыра, булғаны менән тамағын туйҙыра. Унан һуң ипләп кенә ҡайҙарҙа булыуы хаҡында һораша башлай.
Был осорҙа Вадик матур итеп башҡортса һөйләшергә өйрәнде. Үҙенең һәләте менән дә, ҡылған ҡылыҡтары менән дә ул барыһын да шаҡ ҡатыра ине. Әсәйем уны тыңлай-тыңлай ҙа, аптырап, башын сайҡай: «Ай-Һай, улым, фәстерәһең бит!» Вадик, ҡулдарын болғай-болғай урынынан тороп уҡ китә: «Аллаһи, билләһи, фәстермәйем, Надя апай! Алдаһам, күҙем сыҡһын, ете табаҡ ҡан эсәйем, эренле күлгә һикереп төшәйем!» Уның был ҡыланышынан әсәйем һыны ҡатып, шарҡылдап көлә. «Балаҡайым, телең һуң, телең! Әйтерһең, ғүмер буйы башҡорт араһында йәшәгәнһең! Уҡырға кәрәк, улым, һиңә, уҡырға! Иҫ китмәле һәләтле малай бит һин!»
Бер көндө әсәйем эштән ҡайтҡас, былай тине:
«Иоффе ғаиләһе китергә йыйына, ҡыҙым. – Фашистарҙың көнө бөттө, оҙаҡламай һуғыш тамамланасаҡ, – ти Иоффе апайың. Кем белә, бәлки, атайың да ҡайтып килер... Әсәһе Вадикты Суворов училищеһына бирергә уйлай. Атаһы кеүек бынамын тигән офицер сығасаҡ унан!»
Миңә ҡапыл ғына моңһоу булып китте. Алабарман, шаян, ләкин илгәҙәк малай бик яҡын булып тойолдо миңә был минутта... Вадик беҙҙең менән хушлашырға килде. Мин ишек алдында бик матур зәңгәр сынаяҡ ярсыҡтары менән уйнап ултыра инем. Ҡуйы зәңгәр төҫтәге, иҫ китмәле матур ярсыҡтар ине улар! Беҙ, һуғыш йылдарында тыуған балалар, ана шундай тәтәйҙәр менән уйнап үҫтек, әсәйҙәребеҙҙән матур ҡурсаҡтар, уйынсыҡтар талап итмәнек. Хәйер, әсәйҙәребеҙҙең беҙҙе затлы уйынсыҡтар менән әүрәтеү өсөн мөмкинлектәре лә, ваҡыттары ла юҡ ине.
– Мин хәҙер бындағы йылғаларҙы күрмәм инде, – тине Вадик уға хас булмаған моңһоулыҡ менән. – Әлиә, әйҙә йылға буйына барып киләйек!
Мин, зәңгәр ике ярсыҡты усыма ҡыҫҡан килеш, уның артынан эйәрҙем. Беҙ тулы һыулы йылғаның бейек ярына килеп туҡтаныҡ. Үтә күренмәле тулҡындарҙы бөҙрәләтеп, әкрен генә ел иҫә. Һыу өҫтөндә ҡояш нурҙары төрлө төҫтәргә инеп сағыла. Вадик бик оҙаҡ өндәшмәй генә йылғаға ҡарап торҙо. Ҡапыл ул ҡулымдағы зәңгәр сынаяҡ ярсыҡтарын күреп ҡалды.
– Һыуға ташла! – тине ул үтенеүле, шул уҡ ваҡытта ниндәйҙер бойороулы тауыш менән. Уның һәр ваҡыттағыса арбаулы тәьҫир көсө, хушлашыу моңһоулығы мине буйһонорға мәжбүр итте. Ләкин зәңгәр сынаяҡ ярсыҡтарынан һис кенә лә айырылғым килмәй ине. Улар шундай сағыуҙар, матурҙар!
Унан һуң минең бит башҡа тәтәйҙәрем дә юҡ! Шуға күрә Вадиктың бойороғон үтәргә ашыҡманым.
– Һыуға ташла, Әлиә! – тип ҡабатланы Вадик үҙенең арбаулы тауышы менән. Усымдағы зәңгәр ярсыҡтың береһен һыуға ырғыттым. – Икенсеһен дә!
Мин, үкенеү тойғоһо менән, икенсеһен дә тулҡындарға аттым. Йылға тәрән булыуға ҡарамаҫтан, һыу төбөндәге таштар ҙа, ҡояш нурҙары сағылышында, әллә ниндәй ғәжәби төҫтәр менән емелдәгән ике сынаяҡ ярсығы ла ус төбөндәге кеүек күренеп ята ине. Йылғалағы был әкиәти донъяға беҙ һүҙһеҙ генә бик оҙаҡ һоҡланып ҡарап торҙоҡ. Шул уҡ ваҡытта мин, инде был матур тәтәйҙәрҙең миңә кире ҡайтмаясағын уйлап, үкенеү тойғоһон да кисерҙем. Был Вадик менән һуңғы күрешеүем ине.
Һуңынан, ни сәбәптәндер, әсәйем менән Йофа апай араһындағы хатлашыу өҙөлөп ҡалды һәм беҙ Вадиктың артабанғы яҙмышын белә алманыҡ. Шуныһы ғәжәп: ярты быуат аръяғында тороп ҡалған, ул ваҡытта бала аңыма тулайым барып та етмәгән был ваҡиға, ни сәбәптәндер, һуңғы ваҡытта хәтер һуҡмаҡтары буйлап күңелемә ҡайта ла, тәрән уйҙарға һала. Яр буйында баҫып торған ике баланы, һыу төбөндә беҙҙе арбап, әүрәтеп балҡыған ике зәңгәр ярсыҡты мин әле лә асыҡ күреп торған кеүекмен.
Һәр бер кескәй генә ваҡиғаның да тормошта үҙ ишараһы бар, тиҙәр. Беҙгә, һуғыш йылдарында тыуған балаларға, түңәрәк, бөтөн бәхеттәрҙе кисереү шатлығы тәтемәне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңынан да, тулы бәхет, шатлыҡтар күбебеҙҙе ситләп үтте. Матур хыялдарыбыҙ ҙа йыш ҡына, ана шул зәңгәр сынаяҡ ярсыҡтары кеүек, бер килке генә нурланып, балҡып торҙо ла, юҡҡа сыҡты. Ҡаты ҡуллы коммунистар заманы ла, халыҡ иҫәбенә туйып кикереүсе ҡырағай «демократтар» осоро ла беҙ хыялланған бәхетле тормошто килтермәне. Киреһенсә, булған ҡиммәттәребеҙ юҡҡа сыға, ҡабынған рухи матурлыҡ усаҡтары һүрәнләнә генә бара. Ә иң ҡурҡынысы – ҡырағайлыҡ, самаһыҙлыҡ, нәфсенең шашыныуы, данға, аҡсаға табыныу, күркәм кешелек сифаттарына төкөрөп ҡарау зыялыларҙың да бер өлөшөнөң ҡотолғоһоҙ сиренә әйләнде.
«Рәсәйҙә тулыһынса бәхетле булыу мөмкин түгел!» – тигәйне бер ваҡыт Мәскәү Әҙәбиәт институтының күренекле профессоры. Бәлки, ул хаҡлы ла булғандыр. Ижад кешеләре шуның менән бәхетле: беҙ хыял ярсыҡтарынан да йәйғор күперҙәр һалырға һәләтлебеҙ. Бәлки, беҙ һалған хыял-күперҙәр ниндәйҙер дәрәжәлә, киләһе быуындарға фәһем булыр. Киләһе быуындар рәхимлерәк, мәрхәмәтлерәк тормошта йәшәһен, хыял донъяһында ғына түгел, тормош ысынбарлығында ла беҙгә ҡарағанда бәхетлерәк булһындар ине.
Әнисә ТАҺИРОВА.
2001 йыл, июнь