ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
10

Заманса ҡорамал - ҡатын-ҡыҙ һаулығы һағында

Һәр ҡатын-ҡыҙ үҙ һаулығын ҡайғыртырға, ваҡытында тикшереү үтергә тейеш. 2022 йыл аҙағында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел звеноны яңыртыу” программаһы сиктәрендә федераль бюджет иҫәбенә үҙәк район дауаханаһына маммограф алыныуы гүзәл заттар өсөн бүләк булды. Юғиһә, тикшерелергә Күмертауға йөрөргә тура килә ине.

Заманса ҡорамал - ҡатын-ҡыҙ һаулығы һағында
Заманса ҡорамал - ҡатын-ҡыҙ һаулығы һағында

Бөгөн аппарат уңышлы эшләй. Рентген кабинетында урынлашҡан ҡоролма көнөнә 7-11 ҡатын-ҡыҙҙы ҡабул итә. Тик теләгән һәр кем маммография үтә алмай. Һаулыҡ яғы борсоһа, башта табипҡа күренеп, йүнәлтмә алырға кәрәк. Ә 40 йәштән олораҡ ҡатындар диспансеризация сиктәрендә ике йылға бер тикшерелә. Аппарат менән лаборанттар Айгөл Әхмәҙуллина һәм Ирина Икрянникова идара итә. Һөҙөмтәләрҙе табип Әлфиә Мәсәлимова уҡый.

Дауахана хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, беҙҙәге аппарат ҡайһы бер ҡала маммографтарынан сифатлыраҡ икән. Был һүҙҙәрҙе тикшерелеү үткән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа раҫлай.

Бөгөн дауахана етәкселеген иң борсоған проблемаларҙың береһе – район халҡының диспансеризацияны һүлпән үтеүе. Һәр кеше үҙ һаулығын ваҡытында тикшереп торһа, күп ауырыуҙарҙы ваҡытында асыҡларға, дауаларға булыр ине.

Айнә Иманғолова.

Автор фотоһы.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: