ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
10
Социаль өлкә
28 Февраль , 15:53

Дауахана лайыҡлы алмаш көтә

Ейәнсураның район үҙәгенән алыҫта урынлашҡан ауылдары халҡын Иҙелбәк дауаханаһы хеҙмәтләндерә. Эйе, Юнай, Сәғит, Байыш, Элмәле, Аҡдәүләт, Яңыбай, Үрге Мәмбәтша, Казанка, Башҡорт Бармағы, Ҡужанаҡ, Ағурҙа, Түбәнге Мәмбәтша ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пункттары  бар. Шулай ҙа, мәҫәлән, байыштар билдәләүенсә, яҡында дауахана булыуы күпкә уңайлыраҡ. Әйткәндәй, бында ауырыуҙар көндөҙгө бүлектә генә түгел, ә ятып дауаланырға ла мөмкин. Бының өсөн бишәр койка-урын ҡаралған.

Дауахана лайыҡлы алмаш көтә
Дауахана лайыҡлы алмаш көтә
“Беҙ ауыл медицинаһын тергеҙәбеҙ, мин быны шулай тип атайым. Бында осраған төп проблема – стеналарҙың, биналарҙың йәки ҡорамалдарҙың булмауы түгел, ә табиптарҙың етешмәүе. Был етди һынау. Хәҙер беҙ табиптар етешмәү проблемаһын хәл итеү өҫтөндә әүҙем эшләйбеҙ.” – тигәйне Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә.

Дауаханала барлығы 24 хеҙмәткәр эшләй. Шулай ҙа терапевтың булмауы хәлде киҫкенләштерә. Әлегә табиптар Диана Фәйезова – Иҫәнғолдан аҙнаһына ике тапҡыр, Эльнара Поспелова Абзандан кесе йома килеп, ауырыуҙарҙы ҡабул итә.

Дауаханала стоматология кабинеты бар. Унда теш табибы Ира Уразова һәм шәфҡәт туташы Әлфирә Ишкилдина эшләй. Педиатрия участкаһы шәфҡәт туташы Зөлфиә Ҡуланчина балалар һаулығы өсөн яуаплы. Терапия участкаһында шәфҡәт туташы булып Лилиә Жармухаметова эшләһә, физкабинетта Гөлфиә Рәхимғолова, процедуралар кабинетында Рита Ҡужина ҡабул итә, акушерка булып Мөнирә Дәүләтбәкова эшләй. Пост шәфҡәт туташтары Гөлшағара Биҡҡолова, Гүзәл Бикташева, Гөлнара Бирҙеғолова, Фәрзәнә Айҙашева тәүлек әйләнәһенә алмашлап дежурҙалар.

Палаталар йылы, уңайлы. Тик мебелдең үтә иҫке булыуы, бинала күптән ремонт булмауы персоналдың күңелен ҡыра.

– Барыбыҙ ҙа пенсия йәшенә етеп барабыҙ. Йәштәр эшкә ҡайтһын ине ул. Дауахананы кем ҡулына ҡалдырырбыҙ икән?  – тип борсола өлкән шәфҡәт туташы Гүзәл Хисмәтова.

Дауахана бинаһында шулай уҡ Күмертау дауаханаһына ҡараған ашығыс медицина ярҙамы пункты урынлашҡан. Унда фельдшерҙар Вилдан Йәркәев һәм Альбина Ажигалеева смена менән эшләй. Уларҙы бөгөн иң борсоған проблема: үҙҙәренең “УАЗ” автомобиле ремонтланмауы. Йылдан артыҡ запчасть таба алмауҙары арҡаһында, саҡырыуҙарға “Нива Шевроле” автомобилендә йөрөргә тура килә. Ә ауыр сирлеләрҙе дауаханаға ятҡан килеш алып барырға тура килгәндә, тейешле транспорт булмауы ҡыйынлыҡтар тыуҙыра.

Иҙелбәк дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре ауырлыҡтар тиҙ арала хәл ителер, тип өмөтләнә. Иң мөһиме, ауырыған саҡта мөрәжәғәт итергә, тейешле дауаланыу үтергә дауахана булһын. Һәм, әлбиттә, кадрҙар мәсьәләһе хәл ителһен.

Айнә Иманғолова.

Автор фотоһы.

 

Ришат Сарбаев, Иҫәнғол Үҙәк дауаханаһының баш табибы урынбаҫары:

– Иҙелбәк дауаханаһында тәжрибәле, үҙ эшен яҡшы белгән белгестәр эшләй. Халыҡ бик ҡәнәғәт. Бөгөн табип-терапевт етмәй. Беҙ мәсьәләне хәл итеү өҫтөндә эшләйбеҙ. Ғөмүмән, ауылдарҙа дауаханалар, ФАП-тар өҙлөкһөҙ эшләһен өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: