+4 °С
Болотло
Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә йылыраҡ була.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 10 мартта, төндә аяҙлы-болотло була, яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы –7 градусҡа тиклем түбәнәйә. Ел көнбайыштан, еңелсә.
Иртәгә, 11 мартта, болотло, әммә яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ –2...+1, төндә –3...–2 градус күрһәтә. Ел йүнелешен үҙгәртеүсән, талғын.
Шаршамбыла, 12 мартта, шулай уҡ болотло һәм яуым-төшмһөҙ булыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +1...+3 тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.