ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡ
26 Март , 16:04

Башҡортостанда балта оҫтаһы лотереяла 50 миллион һум отҡан

Башҡортостанда балта оҫтаһы ғаиләһе моменталь лотереяла 50 миллион һум аҡса отҡан.

Башҡортостанда балта оҫтаһы лотереяла 50 миллион һум отҡан
Башҡортостанда балта оҫтаһы лотереяла 50 миллион һум отҡан

 Улар бәхетле билетты «Столото» фирма магазинында һатып алған. Өйгә ҡайтып, скретч-ҡатламды юйғас, 50 миллион отоуҙарына ышанмай торғандар. Ир отошто алыу өсөн Мәскәүҙәге лотерея үҙәгенә юлланған.

Ғаилә башлығы 20 йылдан ашыу балта оҫтаһы булып эшләй һәм һөнәрен алмаштырырға йыйынмай. Лотерея отошона улар күптәнге хыялын бойомға ашырырға – өс бүлмәле иркен фатир һатып алырға, ә ҡалған аҡсаны автомобиль өсөн кредитты ҡаплау һәм хәйриәлек өсөн тотонорға уйлай.

 

Автор:
Читайте нас: