Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
22 Июль , 16:50

Илһөйәрлек ошонан башлана

Республика Башлығы булараҡ эш башлаған ваҡытта Радий Хәбиров муниципалитеттарҙы үҫтереү программаһын тормошҡа ашырғанда ауылдарҙың, ҡасабаларҙың тышҡы йөҙөн яҡшыртыу һәм ауылдарҙа ла уңайлы ҡала мөхитен булдырыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алғайны.

"Балаларға өлгө булһын"
"Балаларға өлгө булһын"
Радий Хәбиров, Республика Башлығы: "Уңайлы мөхит булдырыу кешеләрҙең йәшәйеш сифатын арттыра. Уңайлы мөхит – ул төҙөкләндерелгән ял парктары, скверҙар, ял урындары, яҡшы үҫешкән инфраструктура һәм халыҡ өсөн асыҡ мәҙәни саралар ойошторолоуы..."

Республика башлығы булараҡ эш башлаған ваҡытта Радий Хәбиров муниципалитеттарҙы үҫтереү программаһын тормошҡа ашырғанда ауылдарҙың, ҡасабаларҙың тышҡы йөҙөн яҡшыртыу һәм ауылдарҙа ла уңайлы ҡала мөхитен булдырыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алғайны. Радий Фәрит улы фекеренсә уңайлы мөхит булдырыу кешеләрҙең йәшәйеш сифатын арттыра. Уңайлы мөхит – ул төҙөкләндерелгән ял паркктары, скверҙар, ял урындары, яҡшы үҫешкән инфраструктура һәм халыҡ өсөн асыҡ мәҙәни саралар ойошторолоуы.

2019-2024 йылдарҙа республикала йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү һәм реновациялау өлкәһендә ҙур эш алып барылды. Был эштәрҙең күбеһе федераль бюджеттан аҡса йәлеп ителеп башҡарылды.  Шулай Яңы Павловкалағы "Дуҫлыҡ" ял паркында  ла балалар өсөн уйын һәм баскетбол майҙансыҡтары, төрлө тренажерҙар урынлашҡан зона, ата-әсәйҙәр өсөн ял урындары, шашка-шахмат майҙансығы ла барлыҡҡа килде. Бынан тыш төрлө ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙ "Дуҫлыҡ" паркында һәйкәлдәр менән тулыландырыуҙы матур йолаға әүерелдерҙе. Был эштәр "Атайсал" проекты сиктәрендә, кисәге һалдаттарҙың матди ярҙамы менән башҡарыла.

Ике йыл элек һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән элекке һалдаттарыбыҙ туғанлығы ла десантсы һалдаттарға арналған һәйкәл урынлаштырғайны. Элекке десантсылар һәйкәл булдырыу менән генә туҡтап ҡалманы. Йыл һайын уны тәрбиәләйҙәр, ниндәйҙер яңылыҡ индерәләр. Үткән йыл парашют барлыҡҡа килһә, быйыл һәйкәлдең эргә-тирәһе төҙөкләндерелде. Әйтергә кәрәк, был эштәр барыһы ла егеттәрҙең инициативаһы менән үҙҙәре йыйған аҡсаға башҡарыла.

Күбеһе ситтә йәшәүгә ҡарамаҫтан, ваҡыттары менән бүлешмәй был эштәрҙә әүҙем ҡатнаша. Әле лә Вадим Иҙрисов, Денис Иванов, Алмас Ейәнбирҙин, Алексей Никитин, Ғәйнулла Түләбаев, Азамат Йәрмөхәмәтов, Дамир Әхмәтнәбиев, Ғаяз Ҡолоев, Валерий Юшкин, Руслан Итбаев, Евгений Туленков һәйкәлдең тирә яғына ҡый үләндәре үҫмәҫлек итеп ҡырсынташ түшәне, декоратив ҡойма урынлаштырып буяп та ҡуйғандар. 

Әйткәндәй, махсус хәрби операцияла һәләк булған Тимур Муратовтың апаһы Олеся Муратова ла ҡустыһының яҡты иҫтәлеге хаҡына һауа-десант ғәскәрҙәре туғанлығына матди һәм рухи ярҙам күрһәтә. 

Алмас Ейәнбирҙин, Иҫәнғол ауылы, ҡораллы бәрелештәр ветерандарының "Бөркөт" ойошмаһы ағзаһы:  - Был һәйкәлде егеттәр менән кәңәшләшеп, алдан уйлап барлыҡҡа килтерҙек.  Киләсәк быуын илһөйәр булып үҫһен, батырҙарын онотмаһын, тигән маҡсатта эшләнек. Һәйкәлдәр өнһөҙ булһа ла, ҙур тәрбиә көсөнә эйә. Улар ил һаҡларлыҡ егеттәр үҫеүенә бҡулышлыҡ итер. Минеңсә, һәр малай һалдат һурпаһы эсергә тейеш. 
Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: