Башҡортостан баҡсасыларына февралдә ниндәй эштәр башҡарырға кәрәк
Белгес кәңәштәре
Башҡортостан баҡсасыларына ҡыштың һуңғы айында, ҡар ятҡан мәлдә, нимә эшләргә мөмкинлеге хаҡында һөйләнеләр.
«Февралдә үҫентеләрҙең һаҡланыуы хаҡында хәстәрлек күрергә һәм, әлбиттә, яңы миҙгелгә әҙерләнергә кәрәк», — тип аңлатма бирҙе «Башинформ»ға ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт аграр университеты доценты Азат Вәлитов.
Ҡар менән нимә эшләргә?
Февралдә дачалағы эштәрҙең төп төрө ҡар менән бәйле. Ҡар эштәре баҡсала ла, сәскәлектәрҙә алып барыла. Әгәр тубыҡтан һәм унан да бейегерәк ҡар булһа, төрлө дача ҡоролмаларының, бигерәк тә теплицаларҙың ҡыйығына зыян килтереүе тураһында онотмағыҙ. Быны булдырмау өсөн ҡыйыҡтарҙы даими рәүештә ҡарҙан таҙартығыҙ. Шулай уҡ ағастарҙан ҡарҙы һелкетеп төшөрөргә онотмағыҙ. «Әммә көслө һыуыҡтарҙан муртаайған ботаҡтарға зыян килтермәҫ өсөн быны бик һаҡ эшләргә кәрәк», — тип аңлатты Азат Вәлитов.
Юлдарҙан, шулай уҡ бер нәмә лә үҫмәгән урындарҙан ҡарҙы теплицаға йәки ҡышҡылыҡҡа ултыртылған түтәлдәргә күсереү яҡшыраҡ. Был тупраҡты дым менән һуғарып, уны йомшағыраҡ итә.
Баҡсаны һыуыҡтарҙан һаҡлау, бигерәк тә ҡарһыҙ ҡышта
Әгәр ысын февраль һыуығы килһә, бигерәк тә ҡар япмаһы булмағанда, ағастарҙы һәм ҡыуаҡтарҙы һыуыҡтарҙан һаҡлау тураһында хәстәрлек күрергә кәрәк. Ағас олондарын һәм ботаҡтарын йылытыу өсөн уларҙы урарға кәрәк. Еләк ҡыуаҡтарын һалам йәки ылыҫлы ботаҡтар менән ҡаплау яҡшыраҡ.
Ағастарҙы аҡлау
Шуныһы мөһим: аҡлау яҙ көнө түгел, ә ҡыш көнө максималь файҙа килтерә. Сөнки уның төп маҡсаты — ағасты ҡышҡы температураның ҡапыл үҙгәреүенән һаҡлау. Япраҡтар менән ҡапланмаған ағас ҡояш нурҙарына ныҡ дусар була. Көн дауамында уның ҡайыры йылытыла, ә кис, температура ҡырҡа түбәнәйгәндә, ҡыҫыла һәм ярыла. Ярыҡтар иһә, асылда, яралар, улар аша төрлө инфекциялар еңел үтеп инә.
Ағастың аҡланған олоно ҡояш нурҙарын кире ҡайтара, ҡабығы йылынмай һәм ярылмай. Аҡлау ағасты ҡояш яныуынан һаҡлауҙан тыш, кимереүселәрҙән һәм инфекцияларҙан һаҡлай.
Ағастарҙы һауа температураһы 5 градустан кәм булмаған осраҡта ғына аҡларға мөмкин. Был процедураны көҙгөһөн үткәреү яҡшы, әммә быны эшләргә өлгөрмәһәгеҙ, йәки ямғырҙар йыуһа, йылы ҡоро көндә ағастарҙы ҡабатлап аҡлағыҙ.
"Әйткәндәй, февраль айында баҡсала һәм дачала кимереүселәр – күптәр өсөн ҙур бәлә. Был иң аслыҡлы айҙарҙың береһе булғанлыҡтан, баҡсаларға аҙыҡ эҙләүсе йәнлектәр күпләп ябырыла. Уларҙан һаҡланырға олондарҙы ылыҫлы ботаҡтар менән уратып бәйләү ярҙам итә, тик энәләр аҫҡа ҡарап торорға тейеш”, — тип кәңәш итә эксперт.