Латин телендә ул “примус” тип атала һәм “беренсе” тигәнде аңлата. Кәзә һаҡалы – яҙҙың тәүге сәскәләренең береһе ул.
Медицинала был үҫемлектең тамырын һәм сәскәһен ҡулланалар. Уның составында сапонин, флавоноидтар, эфир майҙары, кремний, аскорбин кислотаһы һәм каротин бар. Бәүел ҡыуыу, тын юлдары, быуын сирҙәренән ҡулланыла. Уның бер-ике япрағын ашаһағыҙ, организмды бер тәүлеккә етерлек С һәм А витаминдары менән тәьмин итерһегеҙ. Авитаминоз булғанда, кәзә һаҡалының кипкән сәскә-япрағынан сәй файҙалы. Ҡоро йүтәлдән дә был үлән ифрат килешә. Эс ҡатҡанда, баш ауыртҡанда ла уны ҡулланалар. Быуындарҙың һыҙланыуын да баҫа.
Киҙеү, тымау менән сирләгәндә, хроник бронхит булғанда, тамырын, сәскә-япраҡтарын төнәтеп, көнөнә өс-дүрт мәртәбә ярты стакан эсергә кәрәк.
Төнәтмә түбәндәгесә әҙерләнә: икешәр балғалаҡ киптерелгән кәзә һаҡалы, андыҙ, үгәй инә үләндәренә бер стакан эҫе һыу ҡойоп, биш минут ҡайнатаһың һәм 15 минуттан һөҙөп алаһың. Көн дауамында, ашау ваҡытына ҡарамайынса, ошо төнәтмәне әҙ генә йотомлап эсергә кәрәк. Тик, һәр ваҡыттағыса, шифалы үләндәрҙе ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!