- Киленем Миләүшә Хәйбулла районының Рафиҡ ауылынан килен булып төштө. Бейем була алмай йонсорға тура килмәне, бер-беребеҙгә тиҙ генә өйрәнеп киттек, сөнки беҙҙең характерҙар тап килә ине. Киленем Сибайҙа педучилище бөтөрөп, Стәрлелә институтта башланғыс кластар факультетында уҡып йөрөй ине. Бергә уҡыған һылыуым Лира Мөлөкова улым Рәшит менән таныштырҙы ла инде. Килен булып төшкәс, аҙаҡҡы курсын тамамлап ҡуйҙы. Ауылдағы туғыҙ йыллыҡ мәктәп башланғысҡа әйләндерелгәнсе уҡытты. Ул ваҡытта өсөнсөгә бәпәйҙәре бар ине. Хужалыҡты ҙурайттылар, етештергән һөт ризыҡтарын һатырға йөрөй башланы, шулай һатыу менән булышып китте. Әле биш йыл социаль хеҙмәткәр булып эшләй – өлкәндәрҙе ҡарай.
Ауыл кешеһе булғас, Бикбауға ла тиҙ еректе. Киленем өләсәй тәрбиәһе алғас, бөтә йолаларҙы, эштең рәтен белә ине. Гөлдәр тәрбиәләргә ярата, бәйләм эштәренә лә оҫта. Мин белмәгән күп нәмәне унан өйрәндем. Рәхмәтлемен киленемә. Икебеҙ ҙә донъя көтөргә ихлас, шуға эшебеҙ ҙә уңа.
Улым менән киленемә, күп балалы ғаилә булараҡ, Иҫәнғолдан участок биргәйнеләр. Әммә киленем: “Ауылды, халҡын, тәбиғәтен яраттым, бер ҡайҙа ла күсмәйем,” – тине һәм өйҙө Бикбауҙа төҙөнөләр.
“Бер ҡаҙанға ике тәкә башы һыймай” тигән мәҡәл беҙгә һис тә тура килмәй. Һыйҙыра белергә кәрәк! Фекерҙәр тап килмәгән саҡ та була инде ул. Үткәрә белергә кәрәк. Беҙ бер ҙә кенә тотоп йөрөмәйбеҙ.
Килен төшөрөргә йөрөгәндәргә кәңәшем шул: улыңдың буласаҡ ҡатынын яратығыҙ, ихтирам итегеҙ. Ул да бит кемдеңдер ғәзиз балаһы. Бәлки, эш тә белмәй килгәндер – бейем кеше ыңғай яғын табып, ипләп кенә өйрәтеп ебәрһен. Ваҡ-төйәккә иғтибар итеп, ҡабартып ебәрмәгеҙ. Килен насар, тиһәң, яҡшыға әйләнмәҫ. Улыңдың ҡатыны бит ул, үҙ балаңдай күрергә, маҡтай белергә лә кәрәк.
***********************************************************************************************************************************************
Тормош ҡатмарлы, киленем менән һыйышмайым, тиһегеҙме? Был осраҡта килендәре менән талашып, улдарын айырылыу сигенә еткергән ғаилә янъялдары, ирен туғандары менән аралаштырмаған, балаларына тейешле тәрбиә бирмәгән килендәр тураһында бик күп миҫалдар килтерергә була. Шуға ла, сабыр итеп, улың яратҡан ҡыҙ баланы үҙеңдекеләй яҡын күреп, шөкөр ҡылып, яңы тормошҡа аяҡ баҫҡан йәш ғаиләгә терәк булып йәшәргә кәрәк. Уланы булған һәр әсәгә аҡыллы, өлгөлө бейем, бәхетле ҡәрсәй булырға яҙһын!