Ҡасандыр үҙ йортонда улы, килене һәм ейәне менән бер ҡарт йәшәгән. Ҡартлыҡтан уның күҙҙәре һуҡырая, ҡолағы һаңғыраулана, тубыҡтары ҡалтырай башлаған. Ҡайһы ваҡыт ашағанда хатта ҡулындағы ҡалаҡты ла тота алмаған. Шул арҡала ашы йәки башҡа аҙыҡ-түлек өҫтәлгә түгелгән. Улы менән килененең быға шул тиклем асыуы ҡабарған, ҡарттың ҡылыҡтарынан ерәнеп, аҙаҡ уны үҙҙәре менән өҫтәл артына бөтөнләй ултыртмай башлағандар. Аҙыҡты мейес артындағы бер мөйөшкә, бик иҫке, насар һауытҡа һалып биргәндәр. Ҡарттың, мөйөштән өҫтәл яғына ҡарап, күҙҙәре йәшләнгән.
Бер көндө ҡулдары ҡалтырап, тәрилкәһе төшөп китә лә уртаға ярыла. Бынан һуң инде бөтөнләй сығырынан сыҡҡан килен ҡартты бик ҡаты ҡысҡырып әрләй, ә бабай бер һүҙ ҙә өндәшмәй, ауыр итеп һулап ҡына ҡуя. Аҙаҡ килен кеше ҡартҡа ағас тәрилкә ҡуя ла, дорфа итеп, быныһын инде теләһәң дә вата алмаҫһың, тип ҡысҡыра.
Бер ваҡыт ирле-ҡатынлы бик мул әҙерләнгән өҫтәл артында һыйланып ултырғанда дүрт йәшлек улдары килеп инә, ә ҡулында бер ағас киҫәге.
– Ул ағасты ҡайҙан алдың һәм нимә эшләтергә уйлайһың? – ти әсәһе.
– Ағас тәрилкә, – ти малай. – Үҫкәс, һеҙҙе шул һауыттан ашатасаҡмын…