Уның ҡәҙәр ҙә нескә күңелле, тәбиғәтте һаҡлаусы булдымы икән донъяла? Күптәр Наилдең был шөғөлөн аңламаны, унан хыялый, иҫәр тип көлдөләр. Тик егет үҙенән көлөүселәргә иғтибар бирмәҫкә тырышты.
Ваҡыт үтә торҙо. Урмандағы һәр ағасты, һәр һуҡмаҡты яттан белеүсе егет тә үҫеп буй етте. Армия хеҙмәтенә барып ҡайтты. Ә унан һуң күрше ауылдан бер тигән кәләш Миләүшәне алып ҡайтты. Матур ғаилә тормошы ана шулай башланды. Наилдең ҡатыны ире кеүек үк тәбиғәт өсөн үлеп тормаһа ла, матурлыҡты баһалай белә ине. Өйҙәре лә, баҡсалары ла шау сәскәлә ултырҙы, еләк-емеш ағастары мул уңыш бирҙе.
Ғаиләлә бер-бер артлы балалар тыуа торҙо. Наил улдары үҫә төшкәс уларҙы яратҡан урманына алып барыу, үҙе генә белгән һуҡмаҡтарҙан йөрөтөү, тәбиғәт менән таныштырыу тураһында хыялланды.
Ҙур улына биш йәш тулған көндө, ғаилә тәбиғәт ҡосағына ял итергә сыҡты. Урман ситендәге бәләкәй генә күлгә ял итәргә төшкән ҡыр ҡаҙҙарын күреп, барыһы ла был матурлыҡҡа һоҡланмай ҡала алманы. Ана, иң алдан инә ҡаҙ йөҙә, уның артынан ете балаһы бер тотам калмай тағылып йөҙәләр. Наилдең шатлығы эсенә һыйманы. Күр әле бер генә, һуңғы йылдарҙа бындай хәлдең, ғаиләләре менән бер төркөм ҡаҙҙарҙың йылғаларына төшкәндәре юҡ иде бит. Яҡшыға был, яҡшыға, тип юраны ир.
Көн һайын килеп ҡыр ҡаҙҙарын күреп китеүҙе бер ғәҙәткә алды Наил. Иртән йоҡоһонан тороуға күңеле йылға янына, яратҡан ҡаҙҙары янына саҡыра ине уны. Сабый бала уйынсыҡ өсөн һөйөнгән кеүек, ғүмер уртаһына еткән ир ана шул ҡаҙҙар менән йыуанды. Миләүшәһе лә иренең тәбиғәт йәнлы булыуын белгәнгә күрә, уның көн һайын урман яғына китеп юғалыуҙарына һүҙ әйтергә баҙманы. Ниңә шуның өсөн генә ваҡланып торорға һуң әле? Ире эсмәй, бар эш тә ҡулыннан килә, балалары, үҙе өсөн йәнен бирергә әҙер. Ә ғаилә тыныслығы өсөн шулар бик етеп тора.
Наил яратҡан ҡаҙҙарының йылғаны тултырып йөҙөп йөрөүҙәрен дә ҡыуанып күҙәтте. Үҙҙәренең урмандарында һуңғы ваҡытта ябай ҡуянды ла ҙур ауырлыҡ менән табып булыуҙы ла, йылғаларында балыҡтарҙың да бармаҡ башы ҡәҙәрлеләре генә йөҙөп йөрөгәнен ул бик яҡшы белә ине. Шуғалыр ҙа бәлки, йылғаларына төшкән был ҡаҙҙарҙы ул ғәжәйеп ҙур ваҡиғаға тиңләне.
Ләкин көҙ айына ингән мәлдә, Наилдең генә түгел, бөтә ауыл халҡының һушын алған ваҡиға булды. Йорто тирәһендә ҡоймалар ҡороп, тирләп-бешеп эшләп ятҡан Наилдең янына күрше ҡарт йүгереп килде.
– Улым, йылға яғында мылтыҡтан атҡан тауыштар ишетелә, әллә беҙҙең ҡаҙҙарыбыҙға ҡул тейҙерергә баҙғанмы берәр йүнһеҙе? – тип теҙҙе ул.
Бөтөн эшен ташлап, ир урман яғына сапты. Уның артынан ҡыҙыҡһыныуын баҫырға теләгән бер нисә ауылдашы ла эйәрҙе.
Йылғала тынлыҡ. Ҡаҙҙар ҙа күренмәй, сит-яттар ҙа юҡ. Ләкин тирә-яҡ ҡаҙ ҡаурыйҙары менән тулғанлыҡтан, бында әле күптән түгел генә ниҙер булғаны айырым-асыҡ беленә ине. Наил ары сапты, бире һуғылды, тик күңеленә йылы өҫтәп ҡыр ҡаҙҙары табылмады. “Бәлки йылы яҡҡа осоп киткәндәрҙер”, – тип фаразланы ауылдаштары араһынан берәү. “Юҡ, булыуы мөмкин түгел, унда китергә иртәрәк әле”, – тип ҡаршы төштө икенселәре.
Ҡаҙҙар юғалыу шулай серле рәүештә тамамланды. Наилдең генә эсендә бурандар тулай ине. Бөтөн ауылға ғына түгел, тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, тәбиғәтте биҙәп торған ошо яҡлаусыһыҙ ҡоштарға тейергә кемдең ҡулы барҙы икән һуң? Шул кешенең кем икәнлеген белә алмаясаҡын уйлап, эсенән көн-төн борсолоп йөрөнө ул.
Әлеге ваҡиға күңелдә төҙәлмәҫлек эҙ ҡалдырһа ла, тормош әкеренләп үҙ яйына аға бирҙе. Наил дә яратҡан һуҡмаҡтары буйлап йөрөүен дауам итте. Йылға янына килеп еткәс кенә, күңеле тырнап, йөрәге һыҡрап ала ине уның. Ҡаҙҙары юғалғас йылға үҙе лә яманһыулап, бойоғоп ҡалды һымаҡ. Өҫтөн йәшел баҡа үләне ҡапланы, һыуы тоноҡланды.
Кисен, иренең урмандан ҡабат бойоғоп ҡайтҡанын күреп, Миләүшә Наилде күрше ауылға, атайҙарына ҡунаҡҡа барып ҡайтырға ҡыҫтай башланы. Өйҙә барыбер бер нәмә лә эшләп булмай, тышта быҫҡаҡлап ямғыр һибәләй, шуға ла ир ҡайныларына барыуға ҡаршы килмәне.
Миләүшәнең ата-әсәһе кейәүҙәрен бик йылы ҡаршы алды. Сәй ҡуйылды, уның янына өҫтәлгә мәйе лә менеп ҡунаҡланы. Эсмәйем тигән кейәүҙе ҡыҫтай-ҡыҫтай һыйланы ҡайны. Ләкин артығын эсә алманы Наил. Нимәгәлер бармай ине уға. Бер нисә сәғәттән өҫтәлгә ҡайнар аш, ә уның янына табаҡ тултырып ите лә килеп ултырҙы.
– Ашағыҙ, аша, һыйланығыҙ, – тип ҡыҫтаны йәштәрҙе бабай. – Оялып ултырмағыҙ, сит кешеләр түгел.
Наил ашты ауыҙ иткәндән һуң иткә тотондо. Йорт ҡаҙы тиер инең, тәме бигрәк тә тәмле. Кейәүенең итте оҡшатыуын күргән, башына хәмер пары бәргән ҡайныһы маҡтанып алыуҙы кәрәк тапты:
– Тәмлеме кейәү? Аша рәхәтләнеп. Ҡыр ҡаҙы ите ул, әле ундайҙы ашағаның булмағандыр? – тине.
Наилдең тамағына ҡапҡан ризығы яңылыш юлына китә яҙҙы. Йүткерҙе, тонсоҡто ул. Ә башында бер генә уй ине. Ҡыр ҡаҙҙары! Уның ҡаҙҙары! Уларҙың башына...
Өҫтәл артынан нисек һикереп торғанын, ҡайныһының нисек итеп иҙеүенән эләктереп алғанын да хәтерләмәй Наил.
– Ул кеше һин инең мени? – тип кенә һорай алды ул.
Унан һуң, һуғышып китә ҡалһалар айырырға тип арғларына килеп кергән ҡәйнәһе менән ҡатынын бер ситкә һелтәп атты ла, урамға сығып йүгерҙе.
Тышта ямғыр туҡтамаган ине әле. Наил өҫтөн лә кейенмәгән килеш, үҙ ауылдары яғына, урманына, яратҡан ҡаҙҙарының ғүмерҙәре өҙөлгән йылға янына юл тотты. Туңып, күшегеп оҙаҡ ултырҙы ул йылға буйында. Үҙенең яратҡан Миләүшәһенең шундай ҡанһыҙ атанан тыуыуын, кейәүенең тәбиғәт өсөн үлә яҙып тороуын белһә лә, кейек ҡаҙҙарҙы үҙенең юҡ итүен йәшермәйсә уға һөйләп ултырған ҡайны кешенең оятһыҙлығы тураһында бик оҙаҡ уйланып ултырҙы ул.
Барыбер тыныслана алманы. Ахыр сиктә, барыһы ла борсола торғандыр тигән уйҙар менән өйөнә ҡайтырға сыҡты. Ләкин әҙерәк барғас, ҡайҙалыр йыраҡта ҡаҙҙар ҡаңғылдашҡан тауыштар ишетелгәндәй булды. Ир аҙымдарын әкеренәйтте, ахыр сиктә бөтөнләй үк туҡтап ҡалды. Ә ҡаҙ тауыштары ишетелде лә ишетелде. Барып-барып та ул тауыштар янына етә алмағас, Наил арып, туңып ергә ултырҙы һәм йоҡомһорап китте. Йоҡламаны ла шикелле, ләкин төшөндә асыҡ итеп мәрхүм әсәһен күрҙе. Наил бәләкәй ваҡытта ук вафат булған әсәһенең йөҙөн ысынлап тороп хәтерләмәй ҙә ине, ә бөгөн ул уны айырым-асыҡ таныны. Йылы итеп, яратып:
– Улым, тап ҡаҙҙарыңды. Кейек ҡаҙҙар түгел улар, беҙҙең нигеҙебеҙҙә йыл һайын күп итеп бала сығарған йорт ҡаҙҙары. Хәтерләйһеңме, мин үлгән йылды ҡаҙҙарҙың да береһе лә ҡалманы. Хәҙер уларҙы ҡабат ҡайтарыр ваҡыт етте, – тип өндәште уға әсәһе.
– Табырмын, әсәй, табырмын, – тип ҡабатланы Наил ауырлыҡ менән күҙҙәрен асырға тырышып. – Беҙҙең ҡаҙҙар улар, һинең менән минең ҡаҙҙар!
Күшегеп бөткән аяҡтарын көскә ҡуҙғатып, ир урынынан торҙо. Туңыуының аръяғына сыҡҡан аяҡ-ҡулдары уны тыңларға теләмәне, әммә ҡаҙҙар тип аҡылын юйған Наилдең күҙе-башына бер нәмә дә күренмәй ине инде. Ул күҙе ҡаршыһында тороусы әсәһе шәүләһе менән һөйләшә-һөйләшә һаман да алға, ҡаҙҙар тауышы ишетелгән тарафҡа табан атлауын белде. Юғалған ҡаҙҙарының табылаһына бер шиге лә юҡ ине уның. Аяҡтары тамам атлауҙан туҡтағансы барҙы ла барҙы. Ә унан ҡабат, күшегеп бөткән ҡулдарын йоҡа күлдәге эсенә тығып, йылынырға теләп, бөгәрләнеп ятты. Яңынан торор хәле юҡлығын һиҙһә лә, күңеле менән урманына, ҡаҙлы йылғаһына ҡайтырға йыйынды.
Таң беленә башлаған мәлдә, ялан уртаһында йәнһеҙ ятҡан Наилдең өҫтөнән төркөм-төркөм булып йылы яҡҡа ҡыр ҡаҙҙары осоп китеүен күрергә була ине. Һалҡын көҙҙөң ағастар япраҡтарын ҡойоп бөтөргән, беренсе ҡар төшөргә лә оҙаҡ ҡалмаған сағы ине был минуттарда.
Ынйы Яҡупова.