Башлы һуғандан йыл һайын мул уңыш алыуҙа орлоҡтоң сифаты ла мөһим роль уйнай, йылдың нисек килеүе лә үҙ йоғонтоһон яһай. Һәйбәт һәм мул уңыш алыр өсөн ни эшләргә? Һуғанды көҙҙән ултыртырға кәрәк. Уны ултыртыу серҙәре менән Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең үҫемлектәрҙе һаҡлау бүлеге белгесе Мәнәүәрә Хисаметдинова уртаҡлаша.
– Был осорҙа һуғандың орлоғо ла әллә ни ҡыйбат булмай. Яҙғы хаҡтар менән сағыштырғанда ике тапҡыр осһоҙораҡҡа төшә. Көҙөн ултыртылған һуған орлоҡҡа китмәй, айырыуса бәләкәй генәһен ултырҡан осраҡта. Уңышты ла бик иртә йыйып алаһың – июнь-июль айҙарында түтәлдәр бушай. Был урынға иртә өлгөрә торған үҫемлектәр - шалҡан, редис, картуф, борсаҡ һәм башҡаһын ултыртырға мөмкин. Һуғанды ултыртҡанда, түтәлде дөрөҫ һайларға кәрәк. Ул ҡояшлы һәм һәйбәт елләп торған урын булырға тейеш. Яҙын һуғанды марганцовка иретмәһендә тотоп алырға кәңәш итәләр. Көҙөн ултыртҡан һуғанға был сара килешмәй: ул иртә шытымдар биреүгә этәргес булыуы ихтимал. Һуған баштарын 5 сантиметр тәрәнлеккә төртөп сығабыҙ. Улар өҫтәрәк булһа, ҡырау һуғыуы, йә һыуыҡ тейеүе ихтимал. Ултыртҡан һуғанығыҙға һыуыҡ тейер тип ҡурҡһағыҙ, уны ылыҫлы ағас ботаҡтары, һалам, торф менән ябырға була. Тик япманы ҡар ирей башлау менән алырға кәрәк, – ти Мәнәүәрә Сөләймән ҡыҙы.
Ысынлап та, көҙ ултыртылған һуған эрерәк тә, һутлыраҡ та була. Һуғандың уңышын арттырыу өсөн һуған һәм һарымһаҡ өсөн ҡулланыла торған махсус ашламалар ҙа һатыла.