Апрель – баҡсасылар өсөн мөһим һәм мәшәҡәтле ай. Көндәр йылыныу менән баҡсала ҡыҙыу осор башлана. Ҡар иреп бөткәс тә тупраҡ әле дымлы саҡта азотлы ашламалар менән туҡландырыу мул уңыш нигеҙе булып тора. Баҡса еләге үҫтереүселәр өсөн был ысул айырыуса отошло.
Еләк иртәрәк өлгөрһөн өсөн былтырғы япраҡтарынан таҙалап алғандан һуң, ашлама индереп, түтәл өҫтөнә каркас ҡуйып, махсус япма менән ҡапларға кәрәк. Көндөҙ ныҡ йылытҡан ваҡытта асып, төнгөлөккә ябалар.
Еләк түтәлдәренән тыш сәскәләр ҙә ҙур иғтибар талап итә был осорҙа. Күп йыллыҡ астра, лилиә, ләлә, ирис һәм башҡа сәскәләр морон төртә. Уларҙы ла ваҡытында туҡландырыу сәскәләренең күп булыуына булышлыҡ итер.
Йәшелсә баҡсаһы ла был осорҙа айырыуса ҙур иғтибар талап итә. Тупраҡ һурыҡҡан булһа, түтәлгә тиреҫ, көл, утын вағы (ҡайҙа нимә сәсеүегеҙҙе иҫәпкә алып) өҫтәйҙәр.
Ҡуҙғалаҡ, ҡара һуған, һарымһаҡ та морон төртһә, уларҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ, рәт араларын йомшартып, таҙартып ҡуйығыҙ.
Тупраҡ йылына башлағас, кишер, петрушка кеүек һыуыҡҡа бирешмәй торған йәшелсәләрҙе сәсһәгеҙ ҙә була. Сөгөлдөр, һуған, шпинат, салат, әнис кеүектәрҙе майҙың тәүге яртыһында ғына ултырталар.
Теплицала иһә был айҙа ҡыяр, помидорҙарҙы ҡарап үҫтереүҙе дауам итәләр. Япмалы яҙғы түтәлдәрҙе (парник) файҙаланыу өсөн әҙерләйҙәр: пленка ябалар, тупраҡты йылыталар, ҡыяр орлоҡтарын шыттыралар, үрсетмәләрен сыныҡтыралар.
Еләк-емеш ағастарының да йоҡо ваҡыты бөтөп, вегетация осоро башлана. Айыу баланы, һары ҡурай еләге, крыжовник, ҡарағат көндәр йылыныу менән япраҡҡа бөрөләнә. Ҡороған, сирле ботаҡтарын ҡырҡып, ҡыуаҡлыҡ төбөн йомшартып, ашлама менән туҡландырып, бетсәләрҙән эшкәртеп ҡуялар.
Ә виноградты иһә бөрөләнмәҫ борон ҡырҡырға кәрәк, юғиһә, һут әйләнә башлаған осорға тура килеп, ҡырҡҡан урындан туҡтауһыҙ һыуы ағып тороп, ҡороуы ихтимал.