Бөтә яңылыҡтар

КЕШЕЛӘР ҘӘ ЙОНДОҘҘАР ҺЫМАҠ

.

КЕШЕЛӘР ҘӘ ЙОНДОҘҘАР ҺЫМАҠ
КЕШЕЛӘР ҘӘ ЙОНДОҘҘАР ҺЫМАҠ

Эйе, тик күрә, тоя, баһалай белеү генә кәрәк!Яҙыусы менән яҡындан таныш булмай көйөнсә уның әҫәрҙәрен тулыһынса аңлап булмайҙыр. Был яҡтан мин бәхетле. Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззәтуллина менән беҙҙе оҙаҡ йылдар дуҫлыҡ ептәре, рухи фекер уртаҡлығы бәйләй. Ихлас, эскерһеҙ, тыныс холоҡло яҙыусы-апайҙың тормош фәлсәфәһен тыңларға, әҫәрҙәрен уҡырға яратам. Йәшермәйем, бәхәсләшкән саҡтар ҙа булды...

 "Кешеләр йондоҙҙар һымаҡ" әҫәрҙәр йыйынтығы өсөн яҙыусының Салауат Юлаев премияһына тәҡдим ителеүен тулҡынланып, ҡыуанып ҡаршы алдым. Гөлсирә апай бөгөн дә ауылда - Иҙәштә. Халыҡтың яратҡан яҙыусыһының ауылда,тәбиғәткә, ябай кешеләргә яҡын булыуы яҡшы,һәр хәлдә беҙҙең өсөн яҡшы. Ҡатын-ҡыҙҙың илһөйәрлеге ошо түгелме ни? Яҙыусының был проблемаға фекере лә ошолай: "Илһөйәрлек - бөгөнгө глобализм шарттарында үҙебеҙҙең халыҡтың, бөтөн Рәсәйҙе күҙ уңында тотоп, традицион ҡиммәттәрҙе, кешелекле булмышыбыҙҙы, милли булмышыбыҙҙы һәм, әлбиттә, тыуған еребеҙҙе, иркебеҙҙе һаҡлап алып ҡалыу, хәстәрләү."

 Был һүҙҙәр Гөлсирә Ғиззәтуллинаның тормош фәлсәфәһенең тик бер өлөшө генә. Яҙыусының әҫәрҙәре кешеләргә (Йондоҙҙар һымаҡ), донъяға, тыуған илгә, тәбиғәткә, һәр йән эйәһенә яҡты һөйөү һәм мәрхәмәт менән һуғарылған. Шуға күрә лә әҫәрҙәре бөйөк шәхестәрҙең фәһемле, гуманистик ҡарашлы фекерҙәре менән байытылған: ,,Тәбиғи булығыҙ -- сәскә атырһығыҙ", "Кешеләр! Мин яраттым һеҙҙе! Уяу булығыҙ!"

 Оло премияны яҙыусыларҙың алмағанына ла 8 йыл булып киткән... Гөлсирә Ғиззәтулина был премияға лайыҡ һәм аласағына шигем юҡ!

 

Ғайса Ишмөхәмәтов (Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы)

Автор:
Читайте нас: