Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
2 Сентябрь , 16:35

Балалар һәм йәштәр үҙәге: ижад өсөн яңы мөмкинлектәр

Иҫәнғол ауылында Республика Башлығы гранты фонды һәм урындағы бюджет ярҙамында Балалар һәм йәштәр ижады үҙәге асылды

Балалар һәм йәштәр үҙәге: ижад өсөн яңы мөмкинлектәр
Балалар һәм йәштәр үҙәге: ижад өсөн яңы мөмкинлектәр

Һуңғы йылдарҙа район үҙәгендә урынлашҡан ойошма-учреждение биналарының тышҡы йөҙөн матурлау, төҙөкләндереү буйынса эш планға ярашлы башҡарыла килә. Быйыл сиратта Балаларға өҫтәлмә белем биреү үҙәге ине. Тап ошо йылда үҙәктең һәм район хакимиәтенең йәштәр, спорт һәм бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлегенең Башҡортостан Башлығы гранттары фонды үткәргән конкурста еңеп сығыуы, район хакимиәтенең бинаны төҙөкләндереү буйынса ниәтләгән эшен киңерәк йәйелдереү мөмкинлеге бирҙе.

Иҫәнғолдоң 1-се мәктәбе ихатаһында урынлашҡан,хәҙер “Балалар һәм йәштәр үҙәге” тигән дөйөм исем менән аталасаҡ бина капиталь ремонттан һуң тыштан да, эстән дә танымаҫлыҡ булдып үҙгәргән.Үҙенең сағыулығы менән әллә ҡайҙан саҡырып торған, Балаларға өҫтәлмә белем биреү үҙәге менән“Йәштәр киңлеге”н берләштергән был үҙәкте асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы  – Ҡоролтай депутаты Рәил Әбдрәхимов, район мәғариф бүлеге начальнигы Рәйлә Иҙелбаева, район хакимиәтенең йәштәр, спорт һәм бәлиғ булмағандар бүлеге етәксеһе Венер Сабитов, өҫтәлмә белем биреү педагогтары, “Бөркөт” ойошмаһы вәкилдәре, “Беренселәр” хәрәкәте әүҙемдәре, балалар, ата-әсәләр ҡатнашты. Дәртле бейеүҙәр, ҡотлауҙар һәм ал таҫмалар киҫеү – үҙәк асылды! Барыһы ла рәхим итеп, үҙәк менән танышырға ашыҡты.

Дәмин Юланов, район хакимиәте башлығы: - Оҙаҡ көттөк һәм, ниһайәт, был көн етте – беҙ яңыртылған үҙәкте асабыҙ. Был – күп функциялы үҙәк буласаҡ. Ошонда уҡ яңыртылған Балаларға өҫтәлмә белем биреү үҙәге лә, мәктәп интернаты ла, ветерандар мөйөшө лә, йәштәр киңлеге лә урынлаша. Шуныһы һөйөндөрә: беҙҙең район бюджетынан бүлгән аҡсаға өҫтәп, был бинала урынлашҡан ике үҙәктең дә грант яулауы, беҙҙең эште еңеләйтте. Һөҙөмтәлә район иҫәбенә бинаның тышҡы йөҙө матурланһа, эстәге ҡорамалдар, техника барыһы ла грант иҫәбенә алынды. Мин был үҙәктең ишектәре һәр кемгә саҡ асыҡ булыуын теләйем.
Руфина Мөхәмәтйәнова, “Беренселәр” хәрәкәте әүҙемсеһе: - Бөтә балаларҙы үҙенә тартып торасаҡ үҙәк өсөн ҙур рәхмәт. Беҙ бында йыйылып, тиҫтерҙәребеҙ менән аралашып ҡына ҡалмаҫбыҙ, районыбыҙҙы төрлө кимәлдә күрһәтеү, күтәреүөсөн тырышасаҡбыҙ. Бының өсөн шарттар булдырылған.

Район үҙәгендә йәштәр өсөн ниндәйҙер мөйөш булдырыу күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә ине. Хатта бер райондаш был эшкә тотона башлап, урын булмау сәбәпле,әүҙем ҡыҙҙар-егеттәргәйыйылыр, аралашыр үҙәк асыу теләге хыял булып ҡына ҡалғайны. Ниһайәт, район йәштәренең хыялы тормошҡа ашты. Быға Республика башлығы гранттары фонды булышлыҡ итте. Конкурста еңеп сыҡҡан проектты тормошҡа ашырыуға бүленгән 890 мең һумға кәрәкле мебель, оргтехника алынһа, район хакимиәте ярҙамы менән башҡарылған ремонттан һуң бығаса келәтте хәтерләткән бина заманса үҙәккә әйләнде.

Был “Йәштәр киңлеге”бер нисә йүнәлеште берләштерә. Төп маҡсаты, әлбиттә, ҡыҙҙар-егеттәрҙең һәләттәрен асыу, уларға үҫешергә мөмкинлек биреү. Бының өсөн барлыҡ шарттар ҙа бар. Шулай уҡ ноутбуктар, телевизор ҡуйылған коворкинг зонаһында түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороу, ниндәйҙер мәсьәләләр буйынса фекер алышыу мөмкин буласаҡ. Тимәк, йәштәргә булған идеялары менән бында килергә, фекерҙәштәр табырға һәм ниәттәрен тормошҡа ашырыу өҫтөндә маҡсатлы эшләргә генә ҡала. Әйткәндәй, “Беренселәр” Бөтә Рәсәй хәрәкәтенең район бүлексәһе ошо үҙәктә урынлашыуы бик урынлы.

Йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү мәсьәләһе һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Бында ошо маҡсаттағы эштәр өсөн дә бүлмә бүленгән. Хәрби-патриотик тәрбиә бүлмәһе үҙенә  райондың ҡораллы бәрелештәр ветерандарын берләштергән “Бөркөт” ойошмаһын да һыйындырған.  Был дөрөҫтә. Берҙән, улар күптәнтөпләнер урынэҙләһә, икенсенән, тап улар район йәштәрендәилһөйәрлектәрбиәләүгәҙурөлөшиндерә. Венер Фәнилулыәйтеүенсә, бындамахсусхәрбиоперациянанялғаҡайтҡаняугирҙәр менән осрашыуҙар, “Ҡаһарманлыҡ дәрестәре” лә ойоштороласаҡ. Шулайуҡхәрбикейем, яугирҙәрбүләкиткәнтрофейҙарурыналасаҡ.

Экран, проектор, өҫтәл-ултырғыстарменәнйыһазландырылғантамашазалыныңбулыуы ла бикяҡшы. Ошозалдауҡйәштәрөсөнөҫтәлуйындарыурыналған. Тимәк, “Йәштәр киңлеге” ҡыҙҙар-егеттәргә файҙалы эштәр менән шөғөлләнергә лә, күңелле ял итергә лә мөмкинлек бирәсәк. 

Өҫкейемдәреөсөнайырымбүлмә, санузел, хатта биҙәлештәге төҫтәр ҙә – барыһы ла уйлап эшләнгән. Инде был үҙәктәйәштәртауышыгөрлөптороуын, ә йәштәргә булған мөмкинлектән файҙаланып, үҙҙәрен табыуҙарын, шәхес булараҡ асырыуҙарын теләргә ҡала.

Балаларға өҫтәлмә белем биреү үҙәге лә ремонттан һуң яҡтырып, яңырып ҡалғандай. Әммә иң ҙур һөйөнөс – ул үҙәккә йөрөүсеүҙенсәлекле балалар өсөн мөмкинлектәрҙең киңәйеүе.

Балаларғаөҫтәлмәбелембиреүүҙәгендәэшләп килгән “Мы едины” берекмәһе сәләмәтлек мөмкинлегесикләнгән 50-ләп баланыберләштерә. Әммә етәкселәре, өҫтәлмәбелембиреүпедагогыӘлиәЯмғуроваәйтеүенсә, шуларҙың яртыһығынатүңәрәктәргәйөрөгән. Бының сәбәптәре төрлө. Ә шулай ҙа, үҙәктең социаль проеттар конкурсында ҡатнашып, грант еңеп сығыуы үҙенсәлекле балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә яңы мөмкинлектәр асыуына ышанғы килә.

Сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнгән балаларға өҫтәлмә белем биреүҙе маҡсат итеп ҡуйған проектты тормошҡа ашырыу өсөн үҙәккә 490 мең һум грант бүленә.

- Был грант аҡсаһына беҙ бөтәһе ун: һигеҙ өҫтәл, бер аяҡ һәм бер шәл станогы, бер аҙ төҫлө ептәр алдыҡ. Шулайуҡтөҫлөпринтерға ла аҡсаартты, – ти Әлиә Рәшитҡыҙы. – Ә был матурремонттыбеҙгә район хакимиәте “бүләкитте”. Һөҙөмтәлә, бығаса әйберҙәр һаҡланған бүлмәлә бынамын тигән кабинет барлыҡҡа килде. Хәҙер беҙҙең балалар һәм ата-әсәйҙәр менән аралашыу өсөн мөмкинлек киңәйҙе.

Әйткәндәй, бығаса ҡайһы бер сәбәптәр буйынса түңәрәккә барлыҡ теләүселәр ҙә йөрөй алмаған. Хәҙер үҙәктең ишегенә тиклем тигәндәй асфальт түшәлгәс, ата-әсәйҙәргә хәрәкәтләнеүҙә ҡыйынлыҡтар кисергән балаларын да йөрөтөү мөмкинлеге бар.

- Минең улым Иҙел балаҫ һуғыуҙы бик оҡшатты һәм түңәрәктә теләп шөғөлләнә, – тине Гөлсәсәк Ҡолһарина һәм “Мы едины” берекмәһендә балалар ғына түгел, әсәй-өләсәйҙәр ҙә бер ғаиләгә әйләнеүен әйтте. Уның һүҙҙәрен түңәрәккә йөрөгән, төрлө кимәлдәге бәйгеләрҙә урындар яулаған Ильнараның өләсәһе Светлана Ишбулатова ла хупланы. Ул үҙенсәлекле балаларға булған иғтибар өсөн район хакимиәтенә, балалар менән шөғөлләнгән һәр кемгә ҙур рәхмәтен әйтте.

Ул ата-әсәләргә әүҙемерәк булырға, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балаларҙың мөмкинлектәрен сикләмәҫкә – бынамын тигән үҙәккә йөрөтөргә кәңәш бирҙе.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: