42 йыл элек тормош ҡороп, әлеге ваҡытта ла бер-береһен аңлап, бер-береһенә терәк булып йәшәгән ғаиләнең донъялары ла ҡотло. Байтаҡ йылдар мал аҫырап йәшәһәләр ҙә, уларҙың ишек алдары бер ҙә мал тотҡан кешенеке кеүек түгел, йорттоң тирә-яғын йәмләп төрлө-төрлө сәскәләр, ағас һәм ҡыуаҡтар, виноградтың ғына дүрт төрө үҫә. Баҡһаң, өйҙәрен төҙөгән саҡта уҡ уйлап, һыйырҙар өсөн айырым ҡапҡа асҡандар икән. Балаларын уҡытҡан ваҡытта өсәр һыйыр тотһалар, әле икәүгә ҡалдырғандар.
Һүҙ ыңғайы Ибрай егете һәм Самаҙы ҡыҙының нисек танышып китеүе тураһында һорашам.
Тәүҙә йәш ғаилә тыуған яҡта йәшәй. Мөхәббәттәренең тәүге емеше – улдары Иршат донъяға ауаз һала. Унан йылы яҡҡа – Үзбәкстанға төҙөлөшкә юлланалар. Шунда уҡ фатирлы ла булалар, икенсе малайҙары Илнур ошонда тыуа. Алты йыл йәшәгәс, Зиниә апай өсөнсө сабыйына декретҡа сыҡҡас, “ҡырҙы маҡта ла илеңдә тор” тип, Иҫәнғолға күсеп ҡайталар. Үзбәкстанда бергә эшләгән иптәш ҡыҙҙары менән ҡайтҡас та аралашып йәшәйҙәр. Декрет ялында һатыусылыҡҡа уҡый һәм хеҙмәт юлын ошо һөнәре буйынса дауам итә. Аҙаҡҡы ун йылын “Башспирт” магазинында эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Рәшит Әхмәтшәриф улы Иҫәнғолда РСУ-ла, асфальт заводында баш инженер булып эшләй, унан мәҙәниәт йортонда хужалыҡ мөдире вазифаһында пенсияға китә.
Хаҡлы ялдабыҙ тип, тик ятмай Ҡәҙербаевтар. Күпләп картуф сәсәләр, яйлап уны һаталар, ҡош-ҡорт аҫырайҙар, һыйырҙарының һөттәрен дә көндөкөн көнгә алып тороусы даими клиенттары бар уларҙың. Йома көндәрендә хәйерҙән булһын тип бушлай ҙа бирәләр.
Өс малайына ла йорт һалышырға ярҙам иткәндәр.
Балаларының өсөһө лә вахта ысулы менән эшләп йөрөй, улар ялға ҡайтҡан һайын ғаиләләре менән ҡунаҡҡҡа йыйып ала ата-әсә. “Ҡатышып йәшәгеҙ, туғанлыҡ ептәрен өҙмәгеҙ”, тиҙәр уландарына.
Бына шундай күркәм ғаилә йәшәй Иҫәнғол ауылында. Әллә нисә йылдар гәзитебеҙҙең тоғро уҡыусылары ла улар.
Киләсәктә лә бергә, берҙәм булып, бер-береһенә терәк-таяныс булып бәхетле, имен тормошта йәшәргә яҙһын һеҙгә, Ҡәҙербаевтар.