"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә тирмәһендә
9 Ғинуар 2023, 15:07

Хагги Вагги - балалар өсөн зарарлы

Йәнһеҙ булһа ла, баланың тормошонда уйынсыҡ бик әһәмиәтле урын алып тора. Сабый уның менән донъяны таный, өйрәнә, дуҫлаша, кешелә булырға тейешле күркәм ғәҙәт-сифаттарҙы үҙендә булдыра. 

Хагги Вагги - балалар өсөн зарарлы
Хагги Вагги - балалар өсөн зарарлы

Шуға ла исеменең генә түгел, есеменең дә ниндәй булыуы мөһим уйынсыҡтың. Иң яҡшыһы – балаларға, тибеҙ. Ана бит Роскачество белгестәре Хагги Вагги тигән йомшаҡ уйынсыҡарҙы балалар өсөн зарарлы тип тапҡан. Тикшерә торғас, улар Хагги Ваггиларҙа фенол матдәһенең кәрәгенән артыҡ булыуын асыҡлаған. Ул иһә бала сәләмәтлегенә етди зыян килтерә икән. Шуға ла Хаггиларҙы һатыуҙан аласаҡлар. Бынан тыш уйынсыҡтарҙың психикаға тиҫкәре йоғонтоһонан да ҡурҡалар икән. 

Психолог Марина Галанина уйынсыҡтарҙың бала-саға тормошондағы роле тураһында ҡыҙыҡлы фекере менән уртаҡлашты. Айырым алғанда, ул балаларҙың ҡурҡыныс, йәмһеҙ тойолған уйынсыҡтарға ни өсөн ҡыҙығыуҙарын аңлатты.

 – Хагги Вагги – бары тик бығаса булмаған яңы герой ғына. Ул бер кемде лә ашамай ҙа, физик көс тә ҡулланмай, бары тик ҡулын һуҙып торған бер зат. Һеҙ ҙә бит үҙегеҙгә яңы телефон йәиһә сумка һатып алаһығыҙ. Бына шуның кеүек инде, был – яңылыҡ ҡына. Асылда, ни өсөн балалар шундай агрессив уйынсыҡтар менән ҡыҙыҡһына һуң? Дөрөҫөн әйтәйек: был – тәбиғи һәм ғәҙәти күренеш. Был йыртҡыс хайуандар,ҡорал, йәнһүрәттәрҙәге, әкиәттәрҙәге, уйындарҙағы яуыз геройҙар булырға мөмкин. Улар аша бала үҙеңдәге агрессия күренештәрен аңларға, ҡурҡыуын еңергә, тиҫкәре хистәрен сығарырға өйрәнә. Был эмоциялар һәр кешелә бар, – тип аңлата белгес.

Ни өсөн балаларҙың бындай уйынсыҡтар менән уйнауы өлкәндәрҙе шул тиклем ҡурҡыта һуң? Белгес бына нәмә тей:

– Йыш ҡына өлкәндәр үҙҙәрендә булған агрессия һәм ҡурҡыуҙарын үҙҙәре лә аңлап етмәй, шуға күрә теләһә ниндәй агрессия осрағын яуызлыҡ һәм ҡурҡыныс тыуҙыра торған бер золом тип күрә. Алдараҡ әйтеүемсә, асыу һәм ҡурҡыу хистәре һәр кешелә бар, улар беҙгә йәшәргә ярдәм итә. Үҙеңде яҡлау, көндәшлек итеү, ышаныс хисен формалаштырыу өсөн, тиһеңме.

Агрессив уйындар бигерәк тә кемдәргә тәьҫир итә һуң?

Тикшеренеүҙәр күрһәткәнсә, ул күберәк агрессив балаларҙы ярһыта. Йәғни әгәр ҙә һезҙең бала Хагги Вагги менән уйнағандан һуң иптәшенең башына һуға икән, был йомшаҡ Хагги Вагги ғәйебе түгел инде. Мәғлүмәт саралары, телефондағы уйындар, ғаиләләге сәләмәт булмаған мөнәсәбәттәр теге хисте арттырып ебәреүсе көс була ала.

…Ҡыҫҡаһы, уйынсыҡтар балаларҙа паника, күҙ йәштәре, борсоу хистәре килтереп сығармай икән, ҡурҡырға кәрәкмәй. Ҡайһы саҡта ата-әсәләр үзҙәренең ҡурҡыныс әкиәттәр уҡып үҫкәнен онотоп ебәрә буғай. Унан, хәҙер бала ҡулында йомшаҡ уйынсыҡ – ҡурсаҡты түгел, йәнһеҙ тартма – телефонды йышыраҡ күрергә тура килә. Хәйер, быныһы инде башҡа мәсьәлә.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: