Бер ваҡыт Аллаһы Тәғәләгә бер ҡатын килгән. Арҡаһындағы ауыр тоҡто саҡ-саҡ күтәреп тора икән үҙе. - Арыныңмы, һылыу? - тип борсолоуын белдергән Аллаһ. - Тоғоңдо төшөрөп тор, бер аҙ ултырып ял ит. - Рәхмәт, ваҡытым юҡ. Бер нәмә генә һорайым да кире йүгерәм. Мин юҡта өйҙә бер-бер хәл булһа — ғүмерҙә үҙемде ғәфү итә алмам. - Үҙеңә нимәне ғәфү итә алмаҫһың һуң? - тип ҡыҙыҡһынған Аллаһ. - Балам менән берәй бәлә-ҡаза була ҡалһа... Әле лә һиңә шул баламды ҡурсалай күр тип һорарға килеп ултырыуым. - Минең былай ҙа бар эшем шул бит инде. Әллә берәй тапҡыр шикләнергә сәбәп бирҙемме? - Юҡ та ул... Тормошта бит төрлө ҡурҡыныс хәлдәр, кире йоғонтолар, насар күренештәр күп. Ә баламдың шундай ваҡыты — бөтәһен дә үҙе күреп, татып, тотоп ҡарағыһы килә. Ә мин йүнһеҙ әҙәмдәргә юлыҡмаһын, ауырымаһын-һыҙланмаһын тип борсолам. - Берҙе ауыҙы бешһә, икенсе тапҡыр өрөп ҡабырға яҡшы булыр ине. Ауыртыу нимә икәнен үҙ тиреһендә тойоп ҡарарға тейеш бала, - тигән Хоҙай. - Ниңә уның үҙ тәжрибәһе булыуына ҡаршыһың? - Юҡ, минең балам тик яҡшы нәмәләр генә күреп, бәхетле йәшәргә тейеш. Уны аңһыҙ бәләләрҙән һаҡлау өсөн ошолай тоҡ менән һалам йөрөтәм. Ул ҡоларға мөмкин ерҙә түшәй һалып ебәрәм. -Үҙең һалам йөрөтәһең, тағы минән балаң алдына һалам түшәп тороуымды һорайһың. Улайһа бына ҡара! - тигән дә Аллаһ тауҙай һалам хасил итеп ергә һипкән. Ҡатын улының нисек һалам араһына бата барыуын күргән. Үҫмер һалам ҡулсаһын йырырға теләп берсә үрһәләнә, берсә өмөтһөҙлөккә бирелә, тей. Ахыр сиктә, ул кеҫәһенән шырпы сығарған да һаламға төрткән. Теге гөлт итеп ҡалған, тирә-йүнде төтөн баҫҡан. - Улым!!! – тип үҙәк өҙгөс итеп ҡысҡырған әсә. – Көт, мин ярҙамға барам! - Нимә, тағы ла һалам ташламаҡсы булаһыңмы? – тигән Аллаһ Тәғәлә. – Белеп ҡуй: ата-әсәләр һаламды күберәк түшәгән һайын баланың унан ҡасыу теләге көслө була. Килеп сыҡмаһа, ул бына шулай ғүмерен әрәмгә “яндыра” башлай. Ул бит һыҙланыуҙың нимә икәнен белмәй. Һин арҡаңда һалам тоғо тип уйлайһың, ысынында ул – проблемалар тоғо. Унда һинең бөтә ҡурҡыуҙарың, хәүефтәрең, борсолоуҙарың ята. Шуға һинең арҡаң бөкөрәйгән, йөгөң ауырайғандан-ауырая... - Шунан мин улым тураһында хәстәрләргә тейеш түгелме? Һинме шундай хәбәрҙәр һөйләйһең, Аллам? - тип аптырап һораған әсә. - Теләгәнсә хәстәрлә балаңды. Тик борсолма, ҡурҡма, хәүефләнмә. Улары — минең бурыс. Миңә лә эш ҡалдыр! Ҡамасаулама!..