Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
12 Сентябрь , 14:55

Һис һүҙһеҙ лайыҡ!

Яҡташыбыҙ, әҙибә Гөлсирә Ғиззәтуллина Салауат Юлаев исемендәге республика дәүләт премияһына тәҡдим ителде.

Һис һүҙһеҙ лайыҡ!
Һис һүҙһеҙ лайыҡ!

Талантлы прозаик, журналист, публицист, тәржемәсе Гөлсирә Ғиззәтуллинаның “Кешеләр йондоҙҙар һымаҡ” (Өфө: З. Биишева ис. “Китап” нәшриәте, 2022) тигән йыйынтығының БР Яҙыусылар союзы идараһы тарафынан Салауат Юлаев исемендәге республика дәүләт премияһына тәҡдим ителеүен китап уҡыусыларыбыҙҙың хуплап ҡаршы алыуына иманым камил.

Ябай, кешелекле, һәр кемгә – оло кешеме ул, баламы – ҙур хөрмәт һәм ихтирам менән ҡарай, тормошто шул тиклем ярата – яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллина-Ғайсарованың шәхес булараҡ шулай ҡылыҡһырларға була. Ә уның ябай тел менән яҙылған, эстәлекле, кеше күңеленә үтеп инерлек тормошсан әҫәрҙәрен күптәр яратып уҡый. Гөлсирә Мирза ҡыҙының хикәйә-повестарында һүрәтләнгән образдарҙың күбеһендә мин ауылдаштарымды таныйым, хатта ҡай саҡта таныш исемдәр килеп сығыуы ҡыуандыра. Эйе, Гөлсирә апай тормошто яҡшы белгән, кешеләрҙең кисерештәрен яҡшы тойған ижадсы. Уның һәр әҫәре, тормош күренештәрен һүрәтләп кенә ҡалмай, уҡыусыны төптән уйланырға мәжбүр итә.

Гөлсирә Ғиззәтуллинаның әҫәрҙәре “Ейәнсура таңдары” гәзитендә йыш баҫыла, уның һәр ижад емешен уҡыусыларыбыҙ көтөп ала. Ә бына “Кешеләр йондоҙҙар һымаҡ” йыйынтығына ингән  “Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем” хикәйәһе гәзиттә баҫыла башлағас, уның нисек тамамланыуын белергә теләп, түҙмәй редакцияға  шылтыратыусылар күп булды. Тап ошо әҫәр 2022 йылда “Ағиҙел” журналының йыл лауреаты һәм Мостай Кәрим исемендәге фондтың “Иң яҡшы проза әҫәре өсөн” премияһына лайыҡ булды ла.

Барлыҡ әҫәрҙәренә лә, геройҙарҙың күңел донъяларын бөтә тәрәнлегендә байҡап, кешеләр яҙмышының уҡыусы күреп, төшөнөп еткермәгән яҡтарын көтөлмәгәнсә асып һалыу, тормошто һүрәтләүҙә фәлсәфәүи-интеллектуаль баһа биреүҙең көслө булыуы хас. Гөлсирә апай хикәйә-повестарында бик мөһим һәм көнүҙәк проблемалар күтәреп, улар хәл-ваҡиғалар барған төбәк йә республика халҡы өсөн генә түгел, ә тотош ил, хатта бөтә донъя кешеләре өсөн актуаль мәсьәлә булып тора. Һуңғы йылдарҙа күҙәтелгән сәйәси катаклизмдар, Ер шарының әле бер нөктәһендә, әле икенсеһендә баш күтәргән нацизм һәм уға ҡаршы көрәш, махсус хәрнби операция менән бәйле хәл-ваҡиғалар Рәсәй халҡында илһөйәрлек, ватансыллыҡ тойғолары тәрбиәләүҙең ни тиклем мөһим булыуын күрһәтте.

БР Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, хәҙер йыл һайын тапшырыласаҡ әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендә бирелә торған Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүселәр исемлегендә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара конкурс лауреаты, Фәзил Искәндәр исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты, “Ағиҙел” журналының һәм Мостай Кәрим исемендәге фондтың “Иң яҡшы проза әҫәре өсөн” премияһы лауреаты, бихисап тормошсан образдар тыуҙырған, донъя әҙәбиәттәре классиктары шедеврҙарына тиңләшерлек әҫәрҙәр ижад иткән райондашыбыҙ, әлеге көндә Иҙәш ауылында йәшәп ижад итеүсе Гөлсирә  Ғиззәтуллина-Ғайсарованы күреүебеҙгә шатбыҙ!  Ул был премияға һис һүҙһеҙ лайыҡ!

Гөлфиә Ишмөхәмәтова, китапханасы, Юлдаш ауылы:

– Яҡташым Гөлсирә Ғиззәтуллина Салауат Юлаев премияһына дәғүә итеүселәр араһында булыуы шатландырҙы. Гөлсирә апай менән осрашыуҙарҙа уның үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуймауы, һәр һүҙен ишеттем дә оноттом түгел, ә нисектер мәңге күңелдә ҡалдырырлыҡ мауыҡтырғыс итеп һөйләүе һоҡландыра. Тормош башланғысы булған ҡатын-ҡыҙҙар тормошон төрлө яҡлап бәйән иткән әҫәрҙәре өсөн күптән ундай баһаға хаҡлы. Әгәр ҙә "Ҡатын-ҡыҙҙар" Халыҡ яҙыусыһы тигән юғары исем булһа, һис шикһеҙ Гөлсирә апай иң беренсе исемлектә торор ине. Яҙғандарын уҡып геройҙар кисергәнде бергә кисерәһең. Һәр әҫәре ул беҙҙең эргә-тирәләге ысынбарлыҡ, тик шуларҙы Гөлсирә апай уҡыусыға етерлек матур шул ваҡытта ябай һүҙҙәр менән әҫәрҙәре аша беҙгә еткерә. Ҡасандыр уның "Тормош шау сәскәлә" исемле китабын уҡыусылар бик йылы ҡабул иткәйне, әле китап бәҫе төшкән интернет заманында уның "Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем" хикәйәһен бигерәк яратып уҡынылар. Гөлсирә апайҙың әҫәрҙәре һис ҡасан бәҫен юғалтмаҫ, сөнки унда ябай кешеләр тормошо, тарихи ысынбарлыҡ...

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: