Бөтә яңылыҡтар

Баҡса еләгенә май айында нимә талап ителә

...

Баҡса еләгенә май айында нимә талап ителә
Баҡса еләгенә май айында нимә талап ителә

Күптәр баҡса еләге хаҡында яҙғы хәстәрлек күреүҙе өҫтәмә туҡландырыуһыҙ күҙ алдына ла килтермәй. Тап ошо ваҡытта үҫемлектәр ҡыштан һуң терелә, үҙ көсөнә инә һәм сәскә атыуға әҙерләнә башлай. Нимә менә туҡландырырға мөмөкин.

Көл төнәтмәһе. Уны әҙерләү өсөн 10 литр һыуға 200 г көл алына, ике-өс көн ултыртыла. Бер төпкә ярты литр индерелә.

Калий селитраһы. Эреткес әҙерләү өсөн бе балғалаҡ гранула 10 л һыуҙа эретәлә. Үҫемлеккә ярты литр шыйыҡса тотонола.

Нитрофоска. Бер ярым аш ҡалағы гранула 10 л һыуҙа эретелә. Эретмә үҫентеләргә һибеү өсөн ҡулланыла.

Тәжрибәле баҡсасылар йыш ҡына ер еләген сүпрә менән туҡландыра.

Төбөн йомшартыу. Был агрономик ысулың мөһимлеге баһалап бөткөһөҙ, сөнки ер еләгенең тамырҙарына кислород бик кәрәк, айырыуса яҙ көнө. Йомшартыу даими булырға тейеш, ләкин зарар килтермәҫ өсөн 3 сантиметрҙан артыҡ булмаған тәрәнлектә. Был культураның тамыр системаһы ер өҫтөнә яҡын урынлашҡанын онотмағыҙ.

Тупраҡ микрофлораһын тьәмин итеү. Баҡса еләге – күп йыллыҡ үҫемлек, ул тупраҡ микрофлораһы менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй һәм уның үҙгәреүенә һәр ваҡыт иғтибар итә. Кәрәкле микроорганизмдарҙың һаны һәм сифаты етерлек булмаһа, үҫемлектәр хатта яҡшы ашлағанда ла туҡлана алмаясаҡ.

Шуға күрә яҙ көнө ер еләге түтәлендә тупраҡ микробиомын булдырыуға махсус иғтибар бирергә: файҙалы микроорганизмдарҙы ҡулдан индерергә һәм улар эшләп китһен өсөн күҙәтергә кәрәк. Беҙгә тотош комплекс кәрәк, шуға күрә бокаши файҙаланыу яҡшыраҡ.

Читайте нас: