"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Иман
28 Февраль , 10:20

Изге Рамаҙан айына әҙерлек

Изге Рамаҙан айына тиклем һанаулы ғына көндәр ҡалды. Был гүзәл айҙың көндәрен һәм төндәрен ҙур файҙа менән үткәрәбеҙ тиһәк, әҙерлекте алдан башлау зарур. Үҙ эшен яҡшы белгән оҫта йөрөтөүсе, алыҫ юлға сығыр алдынан, двигателен ҡарап, майын алмаштырып һәм тәгәрмәстәрен өрҙөрөп, тимер атын нисек ентекле итеп әҙерләгән кеүек, мосолман да уның Аллаһ ризалығына сәйәхәте мөмкин тиклем яҡшыраҡ үтһен һәм бер нәмә лә уны юлдан тайпылдырмаһын өсөн  бөтә сараларҙы ла алдан күрергә тейеш.

Изге Рамаҙан айына әҙерлек
Изге Рамаҙан айына әҙерлек

Шулай итеп, Рамаҙан айы етмәҫ элек нимәләрҙе эшләп ҡуйырға? Бына бер нисә кәңәш:

📌Үткән ураҙанан ҡалған көндәрҙе ҡаза ҡылыу.

Бының өсөн, әлбиттә, төндәре оҙон, көндәре ҡыҫҡа булған ҡыштан да яҡшыраҡ ваҡыт юҡ. Һаман да үҙ бурысығыҙҙы (былтырғы Рамаҙандан тотолмай тороп ҡалған ураҙа көндәрен) үтәмәгәнһегеҙ икән, тиҙ арала быны хәл итеп ҡуйырға кәрәк.

📌Ял хаҡында һөйләшеп ҡуйыу

Әгәр һеҙ ҡул көсө талап иткән ауыр эштә эшләйһегеҙ икән, Рамаҙан ваҡытына бер ай йәки бер нисә аҙна булһа ла ял алырға тырышығыҙ. Ял һеҙгә ошо бәрәкәтле айҙы күпкә файҙалыраҡ итеп үткәрергә ярҙам итер. Ауыр эштә көс түккән кешенең иһә – ураҙа тоторға хәле етһә лә – төнгө тәрәүих намаҙҙарына, көндөҙгө Ҡөрьән уҡыуға һәм башҡаһына көсө ҡалмауы ихтимал.

Һәм, әлбиттә, был мәсьәләне етәкселек менән алдан уҡ хәл итеп ҡуйыу мөһим. Ай башланырға бер нисә көн ҡалғас ҡына ял һораған кешенең ыңғай яуап алыры икеле.

📌Меню төҙөп ҡуйыу

Йыш ҡына, Рамаҙан еткәс, ифтарға йәки сәхәргә нимә әҙерләргә, тип баш ҡатыра башлайҙар. Һөҙөмтәлә, ҡайһы берәүҙәр ураҙаның тәүге көндәрен "Ураҙала нисек дөрөҫ туҡланырға?" тигән мәҡәләләр уҡып, видеолар ҡарап үткәрә. Был мәсьәләне лә (кемгә мөһим) алдан уҡ хәстәрләргә кәрәк.

Төрлө белгестәрҙең кәңәштәренә таянып, ифтар менән сәхәргә меню яҙылған ҡағыҙ битен күренгән ергә элеп ҡуйығыҙ. Һәм, мөмкинселек булһа, бәғзе ризыҡтарҙы Рамаҙандан алда уҡ кәрәкле күләмдә һатып алырға кәңәш итә тәжрибәле хужабикәләр (аҙаҡ ураҙа мәлендә баҙарҙарҙа ваҡыт әрәм итмәҫкә).

📌Сирҙәргә "юҡ" тип әйтегеҙ!

Ашҡаҙанығыҙ ауыртамы? Бөйөрөгөҙмө? Баш ауыртыуҙан яфаланаһығыҙмы? Ә теш табибына һуңғы тапҡыр ҡасан күрендегеҙ? Һаулығығыҙҙы ла ураҙа еткәнсе тикшертеп, кәрәкле дауаланыу сараларын хәстәрләп ҡуйырға кәрәк. Хәлегеҙгә ҡарап, әлбиттә.

Шуны ла онотмайыҡ: ураҙа үҙе лә ҡайһы бер сирҙәрҙән шифа булып тора. Мәҫәлән, ураҙа ваҡытында ҡан баҫымы төшә, тәндән ағыу һәм бысраҡтар сыға, ашҡаҙан әселеге түбәнәйә һәм башҡаһы.

Ә инде нәҡ һеҙгә ураҙа тоторға яраймы, юҡмы, тип икеләнмәҫ өсөн, иң яҡшыһы – мосолман табиптан һорашып, алдан уҡ бөтә нескәлектәрҙе белешеп ҡуйырға.

📌Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү

Һеҙ һаман да Ҡөрьәнегеҙҙең саңын һөртөп, ғәрәп әлифбаһының бер генә хәрефен булһа ла белмәгәнгә үҙегеҙҙе шелтәләйһегеҙме? Был Рамаҙанды ла Ҡөрьәнһеҙ үткәрергә тура килер, тип ҡайғыраһығыҙмы? Әммә уҡырға өйрәнә башлау өсөн әле һуң түгел!

Хәҙер өйҙә ултырып ҡына ла күп ғилем алырға мөмкинселектәр бар. Ғәрәп теле буйынса башланғыс дәрестәр ҙә башҡорт телендә лә, урыҫса ла байтаҡ сығарылды, өйҙә ултырып ҡына шәхси уҡытыусылар ялларға ла мөмкин. Ҡыҫҡаһы, заманса уңайлыҡтар менән бөгөн бөтә юлдар ҙа асыҡ, үҙегеҙ генә тәүге аҙымды яһауҙан ҡурҡмағыҙ. Һәм етеп килгән Рамаҙанда уңышҡа ирешкәндәр араһында булырһығыҙ, ин шәә Аллаһ.

Әгәр ҙә инде Ҡөрьән уҡыуҙа тәжрибәгеҙ ҙур икән, Рамаҙанға тиклем яңы сүрәләр һәм аяттар ятлап, тәрәүих һәм тәһәджүд намаҙҙарын элеккенән оҙағыраҡ уҡый алыр өсөн сүрәләрегеҙ һанын арттыра башларға мөмкин. Моғайын, күптәнге ҡәҙерле хыялығыҙҙыр был, эйеме?

📌Рамаҙанды балалар менән бергә ҡаршылау

Рамаҙан – һәр бер мосолман өсөн көтөп алынған ай. Балаларға ла ошоно бәләкәй саҡтарынан төшөндөрөп үҫтерергә кәрәк. Улар был көндәрҙең һеҙгә ни тиклем ҡәҙерле икәнен күреп, белеп үҫһен.

Булдыҡлы ата-әсәләр күптән инде был айҙа балаларға төрлө ҡыҙыҡлы уйындар ойоштороуҙы ғәҙәтенә индереп алды. Бер ай буйына балаларҙы ҡыҙыҡтырыу еңел эш түгел, әлбиттә. Шуға ла бөгөндән үк уныһын да хәстәрләй башларға кәрәк.

Хатта хәҙерҙән үк уйнай башларға мөмкин. Мәҫәлән, Рамаҙанға тиклем күпме көн ҡалғанын бергәләп һанап барырға.

📌Ураҙа тәртибе менән танышыу.

Рамаҙан айы еткәс тә, иң йыш бирелә башлаған һорауҙар: ураҙаны нимә боҙа, нимә боҙмай, ҡасан сәхәр, ҡасан ифтар, ниндәй дарыу ярай, ҡасан мунса инергә һәм башҡаһы. Һөҙөмтәлә, күптәр ураҙаға бәйле ябай ғына әйберҙәрҙе лә белмәй булып сыға. Ә бит был – ҙур кәмселек.

Ниндәй эште булһа ла башлар алдынан беҙ тәүҙә уның тәртибе, рәте менән танышабыҙ: өй һалыр өсөн дә, ат алыр өсөн дә, осаҡҡа ултырыр алдынан да һәм башҡаһы. Аҙаҡ эш барышында хаталар ебәреп, бөтә эште харап итеп ҡуймау ниәте менән. Ураҙа ла – бөйөк ғибәҙәт, уның ҡабул булыу-булмауы беҙҙең Әхирәттәге тормошобоҙға йоғонто яһаясаҡ. Ә изге эштәрҙең ҡабул булыуы өсөн изге ниәт кенә етмәй, ул эштәрҙең дөрөҫ итеп, Аллаһ ҡушҡанса эшләнеүе мөһим. Шуға, ғилемгә битарафлыҡ һәм наҙанлыҡ арҡаһында ураҙағыҙ хаталы булып, ураҙа тотоуығыҙ ни бары ас йөрөү генә булмаһын өсөн, алдан уҡ уның рәтен, тәртибен, ҡағиҙәләрен өйрәнә башлағыҙ!

🤲 Һеҙҙең һәр Рамаҙанығыҙ изге эштәргә тулы булһын, Аллаһ Тәғәлә тарафынан ҡабул ителһен, йөрәктәрҙең тәҡүәлек һәм нур менән биҙәлеүенә сәбәпсе булһын! Әмин.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: